Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Боҙ оҙатыу" йолаһын тергеҙгәндәр

"Боҙ оҙатыу" йолаһы – ата-баларыбыҙҙан ҡалған, ләкин ниндәйҙер сәбәпле юҡҡа сығып барыусы байрам. Элек йылғала боҙ ҡуҙғалған көн бер оло байрамға әйләнә торған булған. Урамда балалар: “Боҙ китә! Боҙ китә! Һыу буйына барығыҙ!” – тип ҡысҡырып йөрөгән. Йылғала боҙ ҡуҙғалғанын ҡарарға әбей-бабай, йәш-елкенсәк һәм бала-саға йыйылған. Шаулап-гөрләп, ярға боҙ ташлай-ташлай китә ул һыу. Бер генә көн шулай була. Ташҡан йылға буйҙары ла байрам төҫөн алған: өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең шатланып көлөүҙәре, өҙҙөрөп гармун уйнаған тауыштары төнгә тиклем йыраҡтарға ишетелеп торған. Беҙ ҙә, Ғафури районының Имәндәш ауылы ағинәйҙәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Сәйетбаба мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Асанай” фольклор төркөмө, балалар Еҙем йылғаһы буйына “Боҙ оҙатыу” йолаһын үткәрергә йыйылдыҡ. Боҙ оҙатҡанда ир-егеттәр боҙ өҫтөнә бер ус һалам ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрҙеләр, ә ҡатын-ҡыҙҙар, балалар иһә боҙ өҫтөнә төҫлө ептәр һалды. Икеһе лә ҡыш буйы йыйылып килгән ҡайғы-ауырыуҙарҙан ҡотолоу ысулы булараҡ эшләнде. Шулай уҡ һыуға ҡаршы баҫып, изге теләктәр әйттек, һаулыҡ, донъяларҙың тыныс булыуын һораныҡ. Автор: Рәмилә Мәхмүтова. Фото: Рамиля Махмутова