Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сиреңдең булмауы “һин һау-сәләмәт” тигәнде аңлатмай

Бөгөн – Бөтә донъя Сәләмәтлек көнө. Ул 1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан булдырылған. Был иҫтәлекле көн йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара, сөнки кешеләр сәләмәтлектең ни тиклем ҡәҙерле, мөһим икәнлеген нығыраҡ аңлай башланы. Сәләмәтлек сирҙәр булмауын ғына аңлатмай. Ул – кешенең тулы физик, рухи һәм социаль именлеге. Сәләмәтлектең мөһим төп өлөшө – даими физик әүҙемлек. Уны көндәлек физик күнегеүҙәр менән бутарға ярамай, ти белгестәр. Физик әүҙемлек ул – мускулдар ҡыҫҡарыуын һәм энергия түгеүҙе талап иткән хәрәкәт. Хәрәкәтсәнлектең етешмәүе яман шеш, диабет, йөрәк сирҙәренең бер сәбәбе булыуы ихтимал. Нисек хәрәкәтләнергә? Йәйәү йөрө, бейе, уйындар уйна, спорт менән шөғөллән! Хәрәкәт – ул тормош! Сәләмәтлек шулай уҡ туҡланыуға бәйләнгән. Хәҙерге ваҡытта өлкәндәр һәм балалар араһында һимеҙлектең артыуы һаулыҡ сифатына кире йоғонто яһай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кәңәштәренә иғтибар итәйек: тән ауырлығын һәм энергия алмашыныуын күҙәт; туҡланыуҙа трансжир кислоталарын файҙаланма; йәшелсә, емеш-еләк, ҡуҙаҡлылар, сәтләүектәр, бөртөклө аҙыҡтар ҡулланыуҙы арттыр; шәкәр һәм тоҙ ҡулланыуҙы сиклә; йодлы тоҙ ҡуллан. Өҫтәүенә даими рәүештә медицина тикшереүе үтһәгеҙ, тейешенсә хәрәкәтләнһәгеҙ һәм йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлаһағыҙ, оҙайлы һәм сәләмәт тормош кисерерһегеҙ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.