Башҡортостанда йылғалар боҙҙан әрселә. Һыу буйында йәки яҡын урынлашҡан ауылдар өсөн был осор айырыуса хәүефле. Белорет районында ла тау йылғалары ныҡ ташһа, көтөлмәгән хәлдәр булып ҡуя. Ғәҙәттә, һыу төндә йорттарға инә. Шуға ла Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан Ғәбдөк ауылы һәр йыл яҙҙы борсолоп көтә, сөнки алдағы йылдарҙа уларҙы бер нисә тапҡыр һыу баҫты. Йөйәк ауыл биләмәһе башлығы Рифат Ғилманов ташҡын барышы менән таныштырҙы. – 4 апрелдә Ғәбдөк һәм Йөйәк ауылдары эргәһендә Инйәр йылғаһында боҙ китте. Ваҡытында боҙҙо ҡарайтыу һәм шартлатыу эштәре алып барылыуына бәйле мәл тыныс уҙҙы. Белорет районы хакимиәтенең ташҡынға ҡаршы сараларҙы тиҙ уҙғарыуы, Пугачев карьеры шартлатыусыларына, Башҡортостандың Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетының Белорет районы буйынса бүлегенә һәм барлыҡ ҡотҡарыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм, – тине Рифат Ғилманов. Ә һеҙ ташҡынға әҙер торҙоғоҙмы? Фото: скриншот. Видеояҙма: Рифат Гильманов