Кисә Башҡортостан Башлығы Өфөлә март аҙағында юғалған малайҙарҙы эҙләү штабында - Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәктәптә булды. Ул әлегә мәктәптең спорт залында урынлашҡан. Радий Хәбиров Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр һәм юғалған үҫмерҙәрҙең береһе Павел Паличевтың ата-әсәһе менән аралашты. 13 йәшлек Павел Паличев менән 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов 30 мартта төштән һуң “Аҡсарлаҡ” балалар лагерынан Ағиҙел йылғаһы яғына сығып китеп юғала. Ярҙа уларҙың биштәрҙәре табыла. Телефондары иһә юҡ, мобиль оператор уларҙың бер-бер артлы һүнеүен билдәләй. Һуңғараҡ яр буйында һыңар итек табыла. Ҡыҙғаныс, әммә малайҙарҙың береһенең ата-әсәһе уны таный. Балаларҙы эҙләү дауам итә. 1500 кеше йәлеп ителгән. Башҡортостан Башлығының штабта булған сағы төшөрөлгән видеояҙмаларҙы беҙҙең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡарағыҙ.
Табылған итекте юғалған малайҙарҙың ата-әсәһе таныған...
7 апреля 20247 апр 2024
~1 мин