Әгәр кеше үҙ йортона ингәс йәки ашар алдынан "БИСМИЛЛӘҺИ" (АЛЛАҺ ИСЕМЕ МЕНӘН БАШЛАЙЫМ) тип өндәшһә, Шайтан үҙенең ярҙамсыларына нимә тип әйтә?
Яуап Беҙгә бында йоҡларға урында, ашарға киске ашта юҡ, - тип
Быға дәлил
Хәҙис Джәбир ибнү 'ӘбдиЛЛӘҺ رضي الله عنه Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم ошоно әйткәнен ишеттем тине: - Әгәрҙә берегеҙ йортона ингән саҡта һәм ашар алдынан Аллаһты ҙекер итһә, Шайтан әйтер: "Юҡ беҙгә бында йоҡларға урын һәм киске аш", - тип. Әгәр кеше йортона Аллаһты ҙекер итмәй инә икән, Шайтан әйтер "Беҙ бөгөн йоҡларға урын таптыҡ", - тиер. Әгәр кеше шул уҡ ашар алдынан Аллаһты ҙекер итмәһә, Шайтан "Беҙ бында йоҡларға урын һәм ашарға киске аш таптыҡ", - тиер". (Сахих Муслим, 2018).
Фәйсал ибн Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға