Кешеләрҙең йорттарында Ендәр йәшәйҙәрме? Әгәр йәшәйҙәр икән, нисек сығарып була?
Яуап Эйе, Ендәр кешеләрҙең йорттарында йәшәйҙәр. Һәм уларҙы йорттан "БИСМИЛЛӘҺИ" әйтеп һәм Ҡөрьәндән Әл-Бәҡара сүрәһен уҡып ҡыуып була.
Быға дәлил
Хәҙис Джәбир ибнү 'ӘбдиЛЛӘҺ رضي الله عنه Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم ошоно әйткәнен ишеттем тине: - Әгәрҙә берегеҙ йортона ингән саҡта һәм ашар алдынан Аллаһты ҙекер итһә, Шайтан әйтер: "Юҡ беҙгә бында йоҡларға урын һәм киске аш", - тип. Әгәр кеше йортона Аллаһты ҙекер итмәй инә икән, Шайтан әйтер "Беҙ бөгөн йоҡларға урын таптыҡ", - тиер. Әгәр кеше шул уҡ ашар алдынан Аллаһты ҙекер итмәһә, Шайтан "Беҙ бында йоҡларға урын һәм ашарға киске аш таптыҡ", - тиер". (Сахих Муслим, 2018).
Хәҙис Әбү Һүрайра رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Йорттарығыҙҙан ҡәберлек яһамағыҙ! Хәҡиҡәттә, Әл-Бәҡара сүрәһе уҡылған йорттан Шайтан ҡаса". (Сахих Муслим, 780).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға