Найти в Дзене

Ендәр ашап-эсәләрме?

Ендәр ашап-эсәләрме?

Яуап Эйе

Быға дәлил

Хәҙис Әбү Һүрайраға رضي الله عنه Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم истиджмәр өсөн таш алып килергә ҡушыуы тураһындағы хәҙистә әйтелә: "...һөйәкте һәм ҡоро тиҙәкте алып килмә..". Шул уҡ, унда әйтелә "...ул нәмәләр Ендәрҙең ризығы..",- тип әйтелгән. (Ҡарағыҙ Сахих Бухари, 3860).

Хәҙис Ибнү 'Үмәр رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: "Ашар булһағыҙ, уң ҡул менән генә ашағыҙ. Эсһәгеҙ, уң ҡул менән генә эсегеҙ. Ысынлыҡта, Шайтан һул ҡулы менән ашай һәм һул ҡулы менән эсә". (Сахих Муслим, 2020).

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға