145. Ендәр ҡайҙа йәшәйҙәр?
Яуап Улар сүллектә, өңдәрҙә, ташландыҡ емерелгән йорттарҙа, ҡәберлектәрҙә, баҙарҙарҙа һәм башҡа бысраҡ урындарҙа (мунса, бәҙрәф, сүплек-ҡыйлыҡтар) йәшәйҙәр.
Ендәрҙең мөъминдәре (мосолмандары) мәсеттәрҙә һәм башҡа хәйерле урындарҙа йәшәйҙәр.
Быға дәлил
Хәҙис 'Әлҡама رضي الله عنه әйтте: -Мин 'ӘбдүЛЛАҺ ибнү Мәсғүдтән "Һеҙҙең берегеҙ Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم менән бергә ендәрҙе күрҙегеҙме?, - тип һораным. Ул яуапланы: -Юҡ, ләкин ул төндә беҙ Пәйғәмбәр Мүхәммәдте صلى الله عليه وسلم юғалттыҡ. Пәйғәмбәрҙе صلى الله عليه وسلم үҙәктәрҙә һәм соҡорҙарҙа ҡарап тапманыҡ. Беҙ хатта уны Ендәр алып китте һәм үлтерҙе тип уйлап та ҡуйҙыҡ. Ул төн беҙҙең өсөн иң тынысһыҙ, ҡурҡыныс төн булды. Беҙ иртәнге ваҡытта йоҡонан уянғас, Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم Хира тарафынан килгәнен күрҙек. Һәм беҙ Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдкә صلى الله عليه وسلم өндәштек: - Йә, Рәсүлә Аллаһи! Беҙ һине юғалттыҡ, эҙләп тапманыҡ. Беҙҙең өсөн был төн иң тынысһыҙ, ҡурҡынысы булды, - тип. Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: - Ендәрҙән миңә илсе-йомошсо килде. Уның менән барып уларға Ҡөрьән уҡыным. Шунан, Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم беҙҙе ул ергә алып барып, Ендәрҙең һәм усаҡтарының эҙҙәрен күрһәтте. Һәм Ендәр Пәйғәмбәрҙән صلى الله عليه وسلم уларға яраҡлы ризыҡ тураһында һорағандар. Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم Ендәргә: - Аллаһтың исеме менән әйтелгән бар ҡулығыҙға эләккән һөйәк, ул һөйәктә хатта ит киҫәктәре ҡалһа ла, ризығығыҙ була. Һәм һәр бер тиреҫ һеҙҙең мал-тыуарығыҙҙың ризығы булыр". Һәм Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم беҙгә әйтте: - Һөйәк һәм тиреҫ менән истинжә - истиджмәр яһамағыҙ, сөнки былар ен ҡәрҙәштәрегеҙҙең ризығылыр! (Сахих Муслим, 450).
Хәҙис Әнәс ибнү Мәлик رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әгәр ҙә бәҙрәфкә инергә теләһә, ошолай итеп доға ҡылыр ине: اللهمَّ إِنِّي أَعُوذُ بِكَ مِنَ الخُبُثِ وَالخَبَائِثِ "Аллаһүммә инни ә'үүҙү бикә минәл-хубҫи үәл-хабаиҫ Йә, Аллаһ! Мин Һиңә хубҫ (ендәрҙең ирҙәре) һәм хабаиҫтарҙан (Ендәрҙең ҡатын-ҡыҙҙары) һыйынамын!". (Сахих Бухари (142), Сахих Муслим (375)).
Хәҙис Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: - Бер ҡасан да баҙарға тәүгеләрҙән булып инмә, һәм һуңғы булып сыҡма. Ысынлыҡта, Шайтан үҙ һуғышын шунда алып бара һәм шул баҙарҙа үҙ байрағын күтәрә". (Сахих Муслим, 2451).
Хәҙис 'ӘбдүЛЛАҺ ибнү Сәрджис رضي الله عنه әйтте: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: - Берегеҙҙә өңдәр эсенә бәүел итмәгеҙ!.." Шунан был хәҙисте еткереүсе Ҡатаданан رحمه الله һоранылар: - Нимә өңгә бәүел итеү тыйылған?, - тип. Ҡатада رحمه الله әйтте: - Сөнки, өңдәрҙә Ендәр йәшәй тип әйтелде, - тине." (Мүснәд Әхмәд 20775, Сахих хәҙис).
Хәҙис Сахих Муслим йыйынтығында килтерелгән хәҙистә Пәйгамбәребеҙ Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم ошолай әйткәне килтерелә: - Ысынында, Мәҙинәлә ҡайһы бер Ендәр Ислам диненә килделәр. Әгәрҙә берәйһен йортоғоҙҙа йылан ҡиәфәтендә күрһәгеҙ, өс көн буйы уға китһен тип иҫкәртегеҙ! Шунан һуң да йортоғоҙҙан китмәне икән, уны үлтерегеҙ, сөнки быныһы ул Шайтан". (Тулы хәҙисте ҡарағыҙ: Сахих Муслим, 2236).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға