Балаҡатай урман хужалығында ҡарағай орлоҡтарын ябыҡ тамыр системаһы ҡулланып сәсә башланылар. Бөгөн учреждение хеҙмәткәрҙәре кассеталарҙы тупраҡ менән тултыра, уның составына минераль ашламалар комплексы инә. Был орлоҡтарҙың бөтә кәрәкле матдәләрҙе үҙләштереп, уңышлы шытып сығыуына булышлыҡ итә. Урмансылар бөтәһе 800 кассета сәсергә ниәтләй, уларҙа 64 800 үҫенте үҫәсәк. Үҫентеләр менән кассеталарҙы ике теплицаға урынлаштыралар, уларҙың бер өлөшөн яҙғы урман-культура миҙгелен үткәреү ваҡытында ултырталар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ябыҡ тамыр системаһы буйынса сәселгән үҫентеләрҙең йөҙ процентҡа яҡыны үҫеп китеү һөҙөмтәһенә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Быйыл республика урмансылары “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) "Урмандарҙы Һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә 15,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәрен, шул иҫәптән 6,2 мең гектарҙа яһалма урман тергеҙеү эштәрен үткәрәсәк. Әйткәндәй, тиҙҙән республикала ағас ултыртыу буйынса экологик акциялар башланасаҡ. Фото: forest.bashkortostan.ru
Балаҡатайҙар ағас ултыртыуҙың яңы алымын ҡуллана башлаған
7 апреля 20247 апр 2024
~1 мин