Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Йыл экспортеры” конкурсында ҡатнашығыҙ

Рәсәй экспорт үҙәге йыл һайын үткәрелгән “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Илдең иң яҡшы экспортеры исеменә Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары ла көрәшә ала, конкурс 20 номинация буйынса үтәсәк. Республика электр үҙәгендә билдәләүҙәренсә, конкурста ҡатнашыу бушлай, ә ғаризаны ҙур компаниялар, бәләкәй һәм урта предприятиелар, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар бирә ала. Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең уңышлы тәжрибәһе тураһында һөйләргә кәрәк. Ғаризалар 30 июнгә тиклем ҡабул ителә. Ойоштороусылар, бүләкләү тантанаһы октябрҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” халыҡ-ара экспорт форумында дәүләттең билдәле шәхестәре ҡатнашлығында үтәсәк, тип белдерҙе. Ғаризалар ебәрегеҙ! Төбәк етештереүселәре конкурсын үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: agriculture.bashkortostan.ru