Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Благовещенда “БлагоВест” фестивале үтте

Благовещенда “БлагоВест” православие мәҙәниәте фестивале үтә. Йылдан-йыл фестиваль төрлөләнә һәм матурлана бара. Уны ойоштороусылар – Мәҙәниәт үҫеше үҙәге һәм район хакимиәте, шулай уҡ ғибәҙәтхананың өлкән руханиһы протоиерей Сергий. Ә инде оҫталар-һөнәрселәр байрам мөхитен тыуҙырыу өсөн тос өлөш индерә. Быйыл фестиваль үҙенең ғәҙәти сиктәренән сығып, ике көн һәм бер юлы бер нисә майҙансыҡта: Пресвятая Богородица Благовещение ғибәҙәтханаһында, Мәҙәниәт үҫеш үҙәгендә һәм яңыртылған Совет урамында үтә. Фестивалдең беренсе көнөн балалар һәм йәштәр, ғаилә театр, фольклор коллективтарының “Көмөш күгәрсен: төп нәмә тураһында изге әкиәттәр” республика конкурсы асты. Унда балалар баҡсаларынан, Благовещен, Өфө, Шишмә мәктәптәренән туғыҙ ижади төркөм ҡатнашырға теләк белдерә. Сәхнәлә театр студиялары үҙҙәренең ижадын күрһәткән арала, мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында “Алла мәрхәмәте” күргәҙмәһе үтә. Уның экспозицияһына Успенский Изге Георгий ирҙәр монастыры өлкән руханиһы Варлаам коллекцияһынан ҡу

Благовещенда “БлагоВест” православие мәҙәниәте фестивале үтә. Йылдан-йыл фестиваль төрлөләнә һәм матурлана бара. Уны ойоштороусылар – Мәҙәниәт үҫеше үҙәге һәм район хакимиәте, шулай уҡ ғибәҙәтхананың өлкән руханиһы протоиерей Сергий. Ә инде оҫталар-һөнәрселәр байрам мөхитен тыуҙырыу өсөн тос өлөш индерә. Быйыл фестиваль үҙенең ғәҙәти сиктәренән сығып, ике көн һәм бер юлы бер нисә майҙансыҡта: Пресвятая Богородица Благовещение ғибәҙәтханаһында, Мәҙәниәт үҫеш үҙәгендә һәм яңыртылған Совет урамында үтә. Фестивалдең беренсе көнөн балалар һәм йәштәр, ғаилә театр, фольклор коллективтарының “Көмөш күгәрсен: төп нәмә тураһында изге әкиәттәр” республика конкурсы асты. Унда балалар баҡсаларынан, Благовещен, Өфө, Шишмә мәктәптәренән туғыҙ ижади төркөм ҡатнашырға теләк белдерә. Сәхнәлә театр студиялары үҙҙәренең ижадын күрһәткән арала, мәҙәниәт учреждениеһы фойеһында “Алла мәрхәмәте” күргәҙмәһе үтә. Уның экспозицияһына Успенский Изге Георгий ирҙәр монастыры өлкән руханиһы Варлаам коллекцияһынан ҡулъяулыҡтар, боронғо, заманса, алмаз сигеү ысулы менән эшләнгән иконалар, ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар, картиналар инә. Һөнәрсе оҫталар үҙҙәренең ижади тауарҙарын күрһәтте һәм һатты. Был майҙансыҡ “Традицияларҙың изге ептәре” тип атала. Фестиваль сиктәрендә актер, режиссер, театр белгесе, БССР-ҙың атҡаҙанған артисы Юрий Заяц ҡатнашыусылар менән театр оҫталығы дәресе үткәрҙе. Ә сәхнәлә актерҙар билдәле “Бәләкәй сәскә”, “Ете сәскәле сәскә”, “Өс ҡыҙ” әкиәттәрен, “Бәләкәй принц”, “Йомро икмәк-боҙоусы” тамашаларын һәм башҡаларҙы күрһәтте. Балалар һәм өлкәндәр уларҙа әхлаҡҡа, экологияға, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы етди темалар күтәрҙе. Ябыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Анна Карабанова сәләмләне. Шулай уҡ ул ҡатнашыусыларҙы дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләне. Жюри ағзаһы, рәссам, шағир, бард, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Михаил Тимохиндың Благовещен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына 100-гә яҡын картина һәм донъя халыҡтарының 90 ҡурсағын бүләк итеүе был көндөң көтөлмәгән мәле булды. Башҡортостан Республикаһының фольклор, эстрада, дини коллективтарының байрам концерты “БлагоВест” фестиваленең беренсе көнөнөң финал сараһы булды. Лайыҡлы наградаларҙы махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам иткән благовещендар алды. Фото: “Панорама” гәзитенән.