Өфөлә Башҡортостандың күп функциялы үҙәгендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының, шулай уҡ үҙмәшғүлдәрҙең профилле власть органдары һәм ведомство вәкилдәре менән эшлекле осрашыуы үтте. Сара “түңәрәк өҫтәл” форматында үтте, бизнесҡа ярҙам итеү буйынса ғәмәлдәге дәүләт сараларын тикшереү төп тема булды. Сарала 40-ҡа яҡын шәхси эшҡыуар һәм юридик шәхестәр вәкилдәре ҡатнашты. – Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәктәрендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса дәүләт һәм муниципаль власть органдарының 200-ҙән ашыу хеҙмәте күрһәтелә. Йыл һайын күп функциялы үҙәктең айырым офистарында эшҡыуарҙарға һәм үҙмәшғүлдәргә финанс ярҙамы күрһәтеүгә ғаризалар ҡабул ителә. Субсидия төрлө йүнәлештәр буйынса тапшырыла, документтар ҡабул итеү ваҡыты һәм шарттары менән беҙҙең күп функциялы үҙәктең рәсми сайтында йәки социаль селтәрҙәрҙә танышырға мөмкин, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғабдрах