Премьер-министр Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау буйынса доклад менән сығыш яһаны. Министрҙар Кабинеты башлығы 2018 - 2023 йылдар осоронда төбәктә спорт үҫеше тураһында һөйләне. – Йыл һайын беҙ был йүнәлеште финанслауҙы арттырабыҙ. Дөйөм алғанда, 2018 йылдан бында бюджет сығымдары ике тапҡырға артҡан һәм 9 миллиард һумдан ашып киткән. Спорт инфраструктураһын төҙөү темптары өстән бер өлөшкә артты. Биш йылда йәмғеһе 1400 объектты сафҡа индерҙек. Уларҙың һаны буйынса илдә өсөнсө урында торабыҙ. Бынан тыш, 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт ҡоролмаларын капиталь ремонтлау буйынса программа эшләй башланы, – тип һөйләне Андрей Назаров. Хөкүмәт Премьер-министры билдәләүенсә, спортты үҫтереүҙә кадрҙар ярҙамына айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Әйтәйек, Башҡортостан 2020 йылда Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып “Ауыл тренеры” программаһын ҡабул итте. - Бөгөн ул Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. 2023 йылда тренерҙарға түләү күләме 600 мең һумда