Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төҙөкләндереү дауам итәсәк

4 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны. Отчет осоронда төбәк Хөкүмәте, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары, муниципаль берәмек хакимиәттәре милли проекттар, дәүләт һәм республика программалары сиктәрендә эш алып барҙы. Бигерәк тә йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен төҙөкләндереүгә, подъездарҙы ремонтлауға һәм күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреүгә ҙур иғтибар бүленде. – Республика Башлығы тәҡдиме менән 2019 йылдан күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башланы. Уның сиктәрендә 3,5 миллиард һумға яҡынса 8,2 мең подъезды яңыртҡандар. Дөйөм алғанда, 4 меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде. 2,7 меңдән ашыу лифтты алмаштырған. Был алдағы биш йыллыҡ кимәленән 2,5 тапҡырға күберәк. Был маҡсаттарға йәмғеһе 22 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы илдә уникаль булды. Биш йыл эсендә 1326 ихата төҙөкләндерелгән, 6 миллиард һумдан ашыу аҡса һалынған, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Барлыҡ төҙөкләндереү проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуға йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелә. Ауыл һәм ҡалаларҙа төҙөкләндерелергә тейешле объекттарҙы һайлап алғанда халыҡ фекере иҫәпкә алына. Проекттарҙы тикшергәндә уларҙың функциональ йөкмәткеһе лә ҡарала. Һуңынан проектлаусылар эшкә тотона, улар арҡаһында һәр биләмә эксклюзив төҫ ала. Башҡортостан – Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында әүҙем ҡатнашыусы. – 29 проектыбыҙ бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Был илдә өсөнсө һөҙөмтә. Шуныһы мөһим, конкурста республикабыҙҙың бөтә бәләкәй ҡалалары ҡатнашты һәм еңде, ә уларҙың һигеҙе – икешәр тапҡыр. Ошоноң арҡаһында, мәҫәлән, Верхотор, Вознесенка, Йылайыр һәм Николо-Березовка ауылдары туристарҙы йәлеп итеү үҙәктәренә әүерелә. Дөйөм алғанда тарих-ҡала төҙөлөшө һәм тәбиғәт мөхитен һаҡлауға 4 миллиард һум йүнәлтелгән, - тип белдерҙе Андрей Назаров. Апрель башында Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 2023 йыл өсөн ҡала мөхите сифаты индексын иҫәпләү һөҙөмтәләрен иғлан иткәйне. Әлеге рейтингка ярашлы, Башҡортостанда 21 ҡаланың 17-һе йәшәү өсөн уңайлы тип танылған. Тәҡдим ителгән бөтә ҡалалар ҙа үҙ позицияларын яҡшыртып, 2022 йыл менән сағыштырғанда күберәк балл йыйған. – Һуңғы йылдарҙа беҙ күләмле төҙөкләндереү күләменә өлгәштек, тип ҡыйыу рәүештә әйтергә мөмкин. Биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленде. Бында республика халҡының әүҙем позицияһы бик мөһим. Беҙ 2019 йылда башланған бөтә программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23497/