"Баш ҡалала ун йылдан һуң төркөмдәштәр осрашыуы бара. Бергә университет тамамлаған 23 кешенең 19-ы килгәйне. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып, яңылыҡтарыбыҙ менән алмашып бөткәс, өҫтәл артына ултырыштыҡ. Янымда Сәймә менән бер бүлмәлә йәшәгән ҡыҙ тура килде. Арлы-бирле аралашып ултыра торғас, ул ҡапыл: "Беләһеңме, Сәймә Рифатын һинән һаман көнләшә, шуға килмәгәндәрҙер", - тип әйтеп ташланы. "Беҙҙең Сәймәме ни?" "Эйе. Ул да Рифат тип күҙе тонғайны бит уҡыған саҡта. Һеҙ генә, бер-берегеҙгә мөкиббән киткән икәү, һиҙмәгәнһегеҙҙер". Рифаттың Сәймә менән йәшәп ятыуы минең өсөн аптырамалы яңылыҡ булды. Иҫемә "ҡылт" итеп йүгереп тигәндәй йөрөгән, ҡыҫыҡ күҙле, ҡараҡай ғына ҡыҙ килеп баҫты. Әле ишетеүемсә, Сәймә Рифатты ныҡ яратып йөрөгән, имеш, нисек булһа ла үҙемә ҡаратам, тип гел теш ҡайраған. Шунан аҙаҡ маҡтанып һөйләгән, хәҙер бер ҡайҙа ла китә алмаҫ, тип. Баҡтиһәң, маҡсатына ирешер өсөн миңә уны, уға мине яманлап һөйләгән. Минең турала нимә һөйләгәнен хатта яҙыуы ла имәнес. Быны ишеткәс, ваҡыт бай