Өфөлә өлгөлө балалар сәләмәтләндереү лагеры ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың баш ҡалаһы буйлап эш сәфәре барышында ошондай йөкләмә бирҙе. Бындай үҙәк төҙөү концепцияһын ҡала хакимиәте 2025-2026 йылға әҙерләргә тейеш. “Аҡсарлаҡ” һауыҡтырыу лагеры – өлгөлө балалар ялы учреждениеһы ойоштора алырлыҡ потенциаль объекттарҙың береһе. 6 апрелдә төбәк етәксеһе уның эше менән танышты һәм биләмәне артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Өфөлә 1936 йылдан алып эшләгән лагерь майҙаны – 2,8 гектар. Уға өс уңайлы корпус, универсаль спорт комплексы, яңыртылған медицина корпусы һәм 100 урынлыҡ заманса ашхана инә. Учреждениеның проект ҡеүәте – сменаһына 95 бала. Балалар үҙәге директоры Марина Суворова әйтеүенсә, йәйгеһен лагерь дүрт сменаны ҡабул итә ала. Ә ҡышын һәм яҙын бында профилле сменалар, ярыштар һәм олимпиадалар үтә. 2023 йылда “Аҡсарлаҡ” лагеры ҡала ситендәге балалар ялы стационар учреждениеларында капиталь булмаған (тиҙ төҙөлгән) объекттар төҙөү буйынса федерал