Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙағы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабы финалға сыҡты. 3 апрелдә һуңғы этап – республикабыҙҙың төрлө райондары вәкилдәренең презентацияларын яҡлау башланды. 6 апрелгә тиклем эксперт комиссияһы ҡатнашыусыларҙың проекттарын баһаланы. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ингән. БР Һаулыҡ һаҡлау, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Транспорт һәм юл хужалығы, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы һәм Башҡарма комитеты ағзалары муниципаль райондар тәҡдим иткән проекттар, видеороликтар менән танышты. Быйыл «Айыҡ ауыл» исеменә Башҡортостандың 52 ауылы дәғүә итә. Презентацияларҙы яҡлауҙа ауыл активистары, район хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып уҙғарыла. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән конкурс ҡабаттан тергеҙелде. Ошо осорҙа 39 ауыл еңеүсе