Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров малайҙарҙы эҙләү дауам итә тине

6 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында юғалған уҡыусыларҙы эҙләү буйынса штабта булды. Уны Рәсәйҙең Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәктәптә ойошторҙолар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 30 мартында кискеһен Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 6-сы полиция бүлегенә бер үҫмерҙең әсәһенән 13-14 йәшлек балаларҙың “Аҡсарлаҡ” балалар лагерынан йылға яғына сығып китеүе һәм бәйләнешкә сыҡмауы тураһында хәбәр килә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов республика Башлығына эҙләү саралары барышында бәлиғ булмаған балаларҙың ағасҡа эленгән рюкзактарын табыуҙары тураһында хәбәр итте. Уларҙа, рюкзактар торған нөктәлә 16:00 тирәһендә һүндерелгән кеҫә телефондарынан тыш, бөтә әйберҙәр ҙә бар ине. Үҫмерҙәрҙе эҙләүҙә полиция, Тикшереү комитеты хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, шулай уҡ “Лиза Алерт” һәм “БашРегионСпас” ирекле эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары ҡатнашты. – Бер аҙна эсендә ҡотҡарыусылар һауа мендәрендәге судноларҙа Ағиҙел йылғаһының 77,5 километр яр буйын тикшерҙе. Мөмкин булған бөтә версияларҙы ҡарайбыҙ. Бөтә мәғлүмәт Өфөнөң 40-сы мәктәбендә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе эҙләү штабына “Лиза Алерт” координаторҙарына килә, – тип һөйләне Кирилл Первов. – “Лиза Алерт” отрядына ярҙамға башҡа төбәктәрҙән эҙәрмәндәр килде. Штабҡа ирекмәндәр һәм вайымһыҙ булмаған ҡала халҡы йыйылыуын дауам итә. Эҙләү эштәре ташҡынға бәйле ҡатмарлаша, һәм беҙ операция ваҡытында эҙләү менән мәшғүл ирекмәндәр зыян күрмәһен өсөн һаҡлыҡ саралары күрергә мәжбүрбеҙ. “Лиза Алерт” отряды вәкилдәре менән аралашҡанда Радий Хәбиров ҡотҡарыусы ирекмәндәргә өҫтәмә ярҙам кәрәкме, юҡҡа сыҡҡан балаларҙы эҙләү өсөн улар бөтәһенә лә кәрәкме икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. Отряд координаторҙары ошо көндәрҙә ирекмәндәрҙең 3 мең километр самаһы үтеүе, 1 594 квадрат саҡрым биләмәне үҙ эсенә алыуы, 350 бурысты үтәүе хаҡында һөйләне. Был көндәрҙә Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының водолаздар төркөмө үҙ эшен туҡтатманы, даими рәүештә һауа мендәрендәге катер эшкә ҡушылды. Иғтибарға лайыҡ урындарҙың барыһын да һауанан квадрокоптерҙар тикшерҙе. Шулай уҡ ҡала халҡы ҡатмарлы маршруттарҙы эшкәртеү өсөн “Шерп” вездеход-амфибияһын бирҙе. – Һөҙөмтәгә өлгәшкәнсе штабыбыҙ эшләй. Һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәгә өмөт бар. Һораған берҙән-бер нәмә – штаб эшенә яңы бина һайлауҙа ярҙам итеү. Хәҙер ул мәктәптең спорт залында урынлашҡан, беҙ уҡыу процесына һәм физкультура менән шөғөлләнеүгә ҡамасауларға теләмәйбеҙ, – тип билдәләне “Лиза Алерт” отряды координаторҙары. Радий Хәбиров Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа штаб өсөн кәрәкле бинаны һайларға ҡушты. Башҡортостан Башлығы Павел Паличевтың ата-әсәләре менән аралашты, уларға рух ныҡлығы һәм өмөттө өҙмәүҙәрен теләне. – Өмөт һәр саҡ ҡала. Эҙләүҙе туҡтатмаҫҡа булдыҡ, аҙағынаса эҙләрбеҙ. Хәҙер боҙ китеү менән бәйле шарттарҙың ҡатмарлы булыуы аңлашыла. Әммә шуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә эшләй, - тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. - Ата-әсәләргә - көс һәм батырлыҡ. Уларҙың үҙҙәрен нисек тойоуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Аллаһы Тәғәлә быны бер кемгә лә бирмәһен. Беҙ һәр ваҡыт улар янында. Һәм эҙләрбеҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.