Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең 2023 йылдағы эш йомғаҡтары тураһында отчеты барышында Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итте. Башҡортостан тәүге тапҡыр хеҙмәт баҙарының федераль рейтингында алдынғы ун төбәк иҫәбенә инде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Биш йыл эсендә төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле ике тапҡырға тиерлек – 4,4-тән 2,3 процентҡа тиклем кәмене. Беҙҙең өсөн был 30 йыл эсендә иң ҙур күрһәткес. Уҙған йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 56,7 мең һумға еткән. Ул 2018 йыл менән сағыштырғанда 1,7 тапҡырға артҡан. Бында беҙ Башҡортостан Башлығының 310-сы Указында билдәләнгән 50 мең һумлыҡ ориентирҙы ваҡытынан алда үттек, - тине Андрей Назаров. Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, хеҙмәт баҙарында ыңғай динамиканы иҡтисади үҫештең юғары темптары тәьмин итте. Өс йыл эсендә ике меңдән ашыу эш биреүсегә 2 миллиард һум күләмендә ярҙам йүнәлтелгән. Был 40 меңдән ашыу граждандың мәшғүллеген һаҡлаған. Һуңғы йылдарҙағы саҡырыуҙарҙы еңеп сығырға һәм хеҙмәт баҙарының төп күрһәткестәре буйынса һоҡл