6 апрелдә "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында юбилейлы, ун миллионынсы ҡунаҡ булды: ул – Ярославлдән Константин Панфилов. Күргәҙмәгә ул хәләл ефете Екатерина менән килгән. “Был беҙҙең өсөн көтөлмәгән хәл – күргәҙмәлә тәүге тапҡыр һәм ошондай көтөлмәгән бүләк. Бының шулай килеп сығыуына бик шатмын”, – тип һөйләне Константин Панфилов. “Тап ошо ваҡытта килеүебеҙ һәйбәт”, – тип өҫтәне уның ҡатыны Екатерина. Константин һәм уның хәләл ефете “Рәсәй” ҡаҙаныштары күргәҙмәһе дирекцияһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан һәм “Росатом” дәүләт корпорацияһынан Мурманск ҡалаһына юллама менән бүләкләнде, улар ядро энергияһы ҡулайламаһы ҡуйылған донъялағы тәүге – “Ленин” атомлы боҙватҡысын һәм “Атомфлот” атомлы боҙватҡысын барып күрәсәк. Бынан тыш, сәфәр барышында улар билдәле Кольск атом электр станцияһы менән танышасаҡ. Быға тиклем ғаиләнең бер ҡасан да Рәсәйҙең Төньяғында булғаны юҡ. Фото: Сергей Баранов.