Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәләбәйҙәге конкурсантыбыҙҙы ҡотланыҡ

Гәзитебеҙҙең Бәйләнештә төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл” конкурсында Бәләбәй районының Шаровка ауыл биләмәһе лә бик әүҙем ҡатнашып, алдынғылар рәтенә сыҡты. Ошо көндәрҙә Бәләбәй районында булып, ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ильинаға редакциябыҙҙың Рәхмәт хатын тапшырҙыҡ. Ыҡсым ғына, ләкин йәмле клубҡа осрашыуға байтаҡ халыҡ йыйылғайны. Әйткәндәй, ошо клубты ла халыҡ үҙ ҡулдары менән төҙөкләп, матурлап алған. Халыҡҡа йыйылып төрлө саралар уҙғарыу өсөн уның булыуы бигерәк тә мөһим. Байрамдарҙа сығыштары менән ауылдаштарының күңелен күтәргән "Сударушка" вокаль ансамбле лә бында уңышлы эшләп килә. Ҡул эше оҫталары ла байтаҡ. Беҙ барғанда күргәҙмәләрен ойоштороп ҡуйғайнылар. Ир-аттар араһында ла, ҡатын-ҡыҙҙар араһында алтын ҡуллылар күплегенә инандыҡ. Бәйләү-сигеү, картиналар төшөрөү, тимерҙән иретеп йәбештереү – барыһы ла күргәҙмәлә урын алғайны. Ауылды тәртиптә тотоу, ауыл хакимиәте башлығының ғына ҡулынан килмәй. Илмира Ильина был йәһәттән ауылдаштарына ныҡлы таяна. Күптән түгел зыяраттың ҡоймаларын да ауыл халҡы үҙҙәренең көсө менән яңыртҡан. Алға ҡорған пландары ла етерлек. Ауылдарын яратҡан, киләсәге өсөн борсолған кешеләре булғанда, был төбәктә йәшәү һүрелмәҫ. Автор фотолары.