Яҡташыбыҙ, “Зуб” позывнойлы яугир, яраланғандан һуң һауығып, яңынан алғы һыҙыҡҡа йүнәлде, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Күп бала атаһы былтыр көҙ контракт төҙөп, фронтҡа китә. “Мин балаларымдың һуғышыуын теләмәйем, улар тыныс йәшәһен өсөн Ватанды һаҡларға китәм. Шундай ҡарар ҡабул иткәнем өсөн һис үкенмәйем”,– ти илле йәшлек яугир. Уның хәрби әҙерлеге лә бар, Алыҫ Көнсығышта сик ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, аҙаҡ – Тажикстанда. Ул үҙенең ҡайҙа, нисек яраланыуы тураһында һөйләргә яратмай, “бер ай госпиталдә, тағы бер ай өйҙә булдым, һауыҡтым”, тип әйтеү менән генә сикләнә. “Алғы һыҙыҡҡа юл тотор алдынан ул “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” цехына инеп, бындағы эштәр, тегенселәр менән танышты. Ирекмәндәр уға кәрәк-яраҡ, күстәнәстәр әҙерләгән, йылы толстовка һәм флистан башлыҡ теккән. Һалдат яҡташтарына изгелектәре, йылы һүҙҙәре өсөе ҙур рәхмәт белдерҙе”, тип яҙа “Ашкадарские зори”. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын, яугир! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республи