Иглин районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс проект тәҡдим ителде. Эшҡыуарҙар Екатерина һәм Андрей Павловтар “Донъяға шатлыҡ” ғаилә ат клубы” проектын тәҡдим итте. Улар Ҡалтыман ауыл советында ер участкаһын һораған. Инвестициялар күләме – 3 миллион һум. Уларҙа эш башлар өсөн тоҡомло ауыл хужалығы малдары бар. Икенсе эшҡыуар Марат Шәйнуров “Уралконтракт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте исеменән сығыш яһай. Ул “Юл яны сервисы” проекты менән таныштырҙы. Һораған ярҙам саралары: Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индереү, ер участкаһы категорияһын сәнәғәт һәм башҡа махсус тәғәйенләнештәге ерҙәр категорияһына күсереү. Беренсе этапта инвестициялар күләме – 80 миллион һум, икенсе этапта – 20 миллион һум, өсөнсө этапта – 50 миллион һум, дүртенсе этапта – 10 миллион һум. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты – 10 йыл. Өсөнсө эшҡыуар Рәйсә Вольф “Рәйсә Вольф телмәрен үҫтереү үҙәге” проекты – психик һәм телмәр үҫешендә тотҡарлыҡ булған балаларҙа инглиз телен һәм телмәрен үҫтереү мәктәбе менән таныштырҙы. Ул мәғлүмәти ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны. Проектҡа инвестициялар күләме – 500 000 һум. Барлыҡ проекттар ҙа “эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар менән ентекле тикшерелде, уларҙы бойомға ашырыу буйынса тейешле йөкләмәләр протоколда беркетелде. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Иглин районы хакимиәте.