“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Учалы районының Муса Мортазин музейы “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы” номинацияһында грант отто. Еңелгән аҡса матди-техник базаны нығытыуға йүнәлтелә. Компьютер, колонкалар, лазер, проектор, штатив-трипод, ламинатор, күсмә принтер, ноутбук һатып алынасаҡ. “М.Мортазин музейы” мемориал музейы Учалы районының “Музейҙар берләшмәһе” муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһының структур бүлексәһе булып тора. Ул башҡорт халҡының легендар геройы, граждандар һуғышының күренекле хәрби начальнигы, комбриг, өс Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һәм Башҡортостандың дәүләт эшмәкәре-беренсе хәрби комиссары, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, Генераль штаб хеҙмәткәре Муса Лут улы Мортазиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. “М.Мортазин музейы” – Учалы районының Көсөк-Маяҡ ауылында урынлашҡан. 1991 йылдың 13 октябрендә легендар комбригтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы асыла. Бөгөнгө көндә музейҙа 1000-дән ашыу экспонат иҫәпләнә. Музей йыйылмаһының төп өлөшөн китаптар, архив документтары һәм фотоһүрәттәр күсермәләре, туғандарының хәтирәләре тәшкил итә. Шуның менән бер рәттән тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү буйынса әүҙем эш алып барыла. Нумизматика һәм этнография предметтары тупланған. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.