Дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһендә йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатында, шулай уҡ "Мәғариф" милли проекты маҡсаттарына ярашлы Дүртөйлө ҡалаһында VIII “Аҡ йылға” йәштәр форумы үтте. Был көндө башҡорт гимназияһына 120 уҡыусы – ирекмәндәр, йәмғиәтте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгән лидерҙар йыйылды. Йәштәр форумы – ул проекттар һәм перспективалар, фекерҙәр, идеялар һәм үҫеш, әммә иң мөһиме, алға ынтылыш һәм һөҙөмтәләр. Форум ике этапта үтте – белем биреү һәм конкурс. Мәғариф блогында ҡатнашыусыларҙы спикерҙарҙың ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сығыштары көтә ине, улар араһында ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, эшҡыуарҙар, төрлө социаль структуралар, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре бар. Спикерҙар дүрт майҙансыҡта эш алып барҙы: “Социаль проектлау”, “Эшҡыуарлыҡ”, “Медиа” һәм “Хәҙерге тормошта илһөйәрлек”. Икенсе бүлектә конкурсанттар үҙ проекттарын тәҡдим итте. Йомғаҡтар буйынса иң яҡшы өс проект билдәләнде, улар Дүртөйлө районы биләмәһендә үҙҙәренең башланғыстарын тормошҡа ашырыу