Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дамба йырылған...

Бөгөн Урал йылғаһындағы һыу һаҡлағыста дамба йырылып, һыу баҫыу ҡурҡынысы тыуҙы. Башҡортостан Республикаһының Ырымбур өлкәһенә ҡарағанда сағыштырмаса өҫтәрәк урынлашыуына ярашлы, Орск ҡалаһындағы Ирәкле һыу һаҡлағысындағы дамбаның йырылып китеүе беҙҙең тораҡ пункттарға хәүефле түгел. Һыу һаҡлағыстағы гидротехник ҡоролма үҙе зыян күрмәгән, ул штат тәртибендә эшләй. Ҡаланы ирегән ҡар һыуынан һаҡлаусы ергә күмелгән дамба боҙолған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәте ҡала халҡын һыу баҫыу мөмкин булған урындарҙан ваҡытлыса йәшәү урындарына күсерә. Муниципаль хеҙмәттәр менән берлектә улар дамбаны нығыта. Фото: асыҡ сығанаҡтан.