Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Береһе бата башлағас, икенсеһе ҡотҡарырға ташланған..."

Дамир менән Павелдың юҡлығына бер аҙна тулды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы иҫән килеш табыу мөмкинлеге көндән-көн кәмей. Тик кешеләр ышаныс юғалтмай һәм көн һайын йөҙәрләгән ирекмән малайҙарҙы эҙләргә сыға. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы элекке хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре менән аралашҡан һәм малайҙарға ни булыуы ихтимал тигән һорау биргән. Эксперттың фекере буйынса, малайҙар батҡан. “Был минең күҙаллау, тап шулай тип әйтмәйем, ләкин улар батҡындыр кеүек. Улар Ағиҙел буйына мини-походҡа сыҡҡан, биштәрен ағасҡа элгән, усаҡ яғыр өсөн урын әҙерләгән һәм һыу буйын ҡарарға киткәндәрҙер. Бәлки, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай икенсе яҡ ярға сығырға булғандарҙыр. Ә боҙ урыны менән ныҡ йоҡа, береһе боҙ аҫтына китһә, икенсеһе уны ҡотҡарырға тырышҡан. Моғайын, тап аяғынан тартҡан һәм итеген систеп алғандыр. Һөҙөмтәлә, икеһе лә боҙ аҫтына киткәндер һәм ағым уларҙы алып киткәндер. Малайҙарҙың телефондары бер-бер артлы, бер нисә минуттан “не доступен”ға әйләнгән, – тигән ул. – Ошоға тиклем таба алмауҙары ағым арҡаһында. Аҙаҡ килеп сыҡмауҙары ла бар. Минең хәтерҙә ундай осраҡтар күп булды. Мәҫәлән, кешене үлтереп, кәүҙәһен Өфөлә ташлайҙар, ә ул Благовещен тирәһендә генә килеп сыҡҡан. Ҡайһы берәүҙәр тағы ла алыҫыраҡтан табылды, табылмағандар ҙа бар... Малайҙарҙы урлағандарҙыр тигән фаразға килгәндә, элекке хоҡуҡ һаҡсыһы әйтеүенсә, быға тиклем әллә ҡасан аҡса талап итерҙәр ине. Итекте кемдер юрамал ташлаған тигән фекер менән дә килешмәй эксперт. Сөнки эҙләүҙә бик күп кеше ҡатнаша һәм быны кем дә булһа күрер ине. – Тирә-яҡ тулыһынса ҡаралды, вертолет менән биләмәне ҡаранылар, һыу төбөн эҙләйҙәр. Улар ер өҫтөндә булһа, әллә ҡасан табылырҙар ине. Итектән башҡа бер ниндәй ҙә эҙ юҡ. Малайҙар тере булһын ине тип теләйем. Ышанысты юғалтырға ярамай, – тигән ул. Фото: "ЛизаАлерт".