5 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Волга буйы федераль округы буйынса Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк-ара территориаль идаралығының 20 йыллығы уңайынан үткәрелгән байрам сараһында ҡатнашты. Тантаналы сара башланыр алдынан Башҡортостан етәксеһе республика трассаларына тикшереү саралары өсөн сыҡҡан транспорттың күсмә контроль пункттарын һәм ведомство автомобилдәрен ҡараны. Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов аңлатыуынса, былтыр транспортта тикшереүҙәр һаны 17,5 процентҡа артҡан, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 4 523 ҡарар сығарылған. Атап әйткәндә, республика Башлығына Ространснадзор инспекторҙарының автотранспорттың ауырлығын нисек контролдә тотоуын күрһәттеләр. Билдәләп үтәйек, 1 апрелдән 30-ына тиклем ҙур йөк өсөн миҙгел сикләүҙәре осоронда Ространснадзор хеҙмәткәрҙәре махсус ҡорамалдар ярҙамында ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлай. Был яҙғы юл сатында юлдарҙы һаҡлап ҡалыу һ
"Һуңғы биш йылда юлдарҙа йәрәхәтләнеү һәм үлем күрһәткестәрен кәметеүгә өлгәштек"
5 апреля 20245 апр 2024
2 мин