Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһап, Хөкүмәт эшмәкәрлегенә йыллыҡ отчет яһаны. Унда йәшәйештең бөтә өлкәләре лә телгә алынды. Шуларҙың береһе – эшҡыуарҙарға ярҙам, урман хужалығын үҫтереү. Форсаттан файҙаланып беҙ билдәле эшҡыуар, меценат Илсур Нәбиуллин менән аралаштыҡ һәм уның фекерҙәрен белештек. – Башҡортостанда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һуңғы йылдарҙа бик яҡшы ойошторолдо. Властар беҙҙе ишетә һәм ярҙам итә. ББының дәлилдәре бихисап. Бер нисә йыл элек Ҡариҙел районында урман хужалығы буйынса ҙур кәңәшмә-форум үткәйне. Шунда мин ошо тармаҡта эшләгән эшҡыуарҙар исеменән сығыш яһап, Радий Фәрит улына мөрәжәғәт иттем һәм беҙгә лә ауыл хужалығына ярҙам иткән кеүек саралар булһа ине тинем. Ул был турала уйларға һүҙ бирҙе һәм күп тә үтмәй, уны тормошҡа ашырҙы. Шул саҡтан алып урман хужалығы тармағы эшҡыуарҙары эш өсөн кәрәк техникаға, ҡорамалдарға дәүләт субсидиялары, ҡорамалдар, гранттар ала башланы, – тине ул