Башҡорт театр сәнғәтенең сағыу вәкиле, тамашасыларҙың тәрән хөрмәтенә, яратыуына лайыҡ актер һәм режиссер Олег Закир улы Хановҡа дәүләт Президенты указы менән “Рәсәйҙең халыҡ артисы” исеме бирелде. Был ҡыуаныслы хәбәр менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙ сәхифәһендә уртаҡлашты. Сәхнә оҫтаһының Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара Станиславский исемендәге, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премиялары лауреаты тигән мәртәбәле исемдәре янына тағы бер бәҫлеһе өҫтәлде. Хөрмәтле шәхесебеҙҙең таланты ил кимәлендә танылыуы өсөн беҙ ҙә ихлас күңелдән шатланып, уны ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, илһамлы ижади тормош теләйбеҙ! Фото: vk.com/bashdram