Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мурманск өлкәһе губернаторына һөжүм иткәндәр

Мәғлүм булыуынса, Апатиттарҙа халыҡ менән осрашыуынан һуң Мурманск өлкәһе губернаторы Андрей Чибис янына бер ир йүгереп килә һәм бысаҡ менән сәнсә. Яралы губернаторҙы шунда уҡ дауаханаға оҙаталар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Андрей Чибисҡа 42 йәшлек Александр Быданов һөжүм иткән. Ир тәртип һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәренә әйтеүенсә, был енәйәтте ҡылырға "башындағы тауыш" ҡушҡан. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алғанда аяғын йәрхәтләгән. Апатит-Киров үҙәк ҡала дауаханаһы табибы белдереүенсә, Мурманск өлкәһе губернаторы Андрей Чибистың хәле ауыр, бысаҡ аортаға теймәү сәбәпле генә ул иҫән ҡалған. Әле ул аңына килгән. Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: https://t.me/c/1428699099/40211