Найти тему
Башҡортостан гәзите

Конкурста ҡатнашығыҙ!

Конкурста Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендә лә теркәлгән коммерция булмаған хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар ҡатнаша ала. Республиканан ситтә мәҙәниәт, мәғариф, фән, шулай уҡ башҡорт теле өлкәләрендә республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға өс миллион һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Еңеүсе проекттарҙы финанслауҙың дөйөм суммаһы 50 миллион һум тәшкил итәсәк. Ғаризалар ҡабул итеү грантыглавы102.рф рәсми сайтында 2024 йылдың 6 майына 17:00 сәғәткә тиклем дауам итә. Унда шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, гранттар биреү шарттары һәм тәртибе тураһында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Конкурс еңеүселәре быйыл июлдә иғлан ителәсәк, ә проекттарҙы тормошҡа ашырыу августа уҡ башланасаҡ. Фото: