Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендә шатлыҡлы ваҡиға үтте – ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балалар тантаналы шарттарҙа тәүге фатирҙарының асҡыстарын алды. Фатир хужаларын ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, ҡала прокуроры Дмитрий Коровкин, “Жилье Плюс” йәмғиәтенең генераль директоры Светлана Линчук һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡотлап, шатлыҡтарын уртаҡлашты. Улар йәштәргә бәхетле тормош, ғаилә йылыһы, һаулыҡ теләне. – Һуңғы осорҙа Хөкүмәт ярҙамы менән етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн 25 фатир алдыҡ. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, – тине сәләмләү һүҙендә Рөстәм Фәрит улы. Төҙөүсе фирма вәкилдәре йәштәр тормошондағы мөһим ваҡиғаға өлөштәрен индергәндәре өсөн шат булыуҙарын белдерҙе. Яңы фатирҙар яҡты, йәмле, бөтә уңайлыҡтар бар – ин дә йәшә! Юлия Яруловаға 24 йәш. Фатир асҡыстарын алырға ире Артем менән килгән. “Биш йылдан ашыу үҙ фатирымды көттөм. Ул бик оҡшай. Һөнәрем буйынса мин – массажист, хәҙер эш урыным да буласаҡ”, – тип һөйөнә ҡатын. 23 йәшлек