Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағында Башҡорт-ҡытай сауҙа йортон булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө. Ул Ҡытайҙың MAIKEN INDUSTRIAL MATERIALS CO., LTD (МАЙКЕН ИНДАСТРИАЛ МАТЕРИАЛС) компанияһының 49 процент, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының 51 процент ҡатнашлығында булдырылған. Был эш Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ул ышаныслы түләүҙәр тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек һәм таможня оҙатыуы буйынса хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Шул уҡ ваҡытта бында үҙ-ара фәнни йәһәттән эш итеү ҡаралған - етештереү технологиялары һәм ҡорамалдар һатып алыу йәһәтенән техник эштәр грамоталы яҙып барыласаҡ. Өҫтәүенә "Рәсәй тимер юлдары Логистика" акционерҙар йәмғиәте менән Сауҙа йортоноң мәнфәғәттәрен хеҙмәтләндергән һәм кәрәкле оперативлыҡты тәьмин иткән, артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан үҙ-ара тура рейс булдырыу мәсьәләһе лә өйрәнелгән. Сауҙа йортон асыу тантанаһында Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Владимир Па