Өфөлә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының район-ара территориаль бүлексәләренә урман-патруль техникаһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Яңыртыу "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты һәм “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урмандарҙы контролдә тотоуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында, шулай уҡ “Урман хужалығын үҫтереү” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бөтә ерҙән дә үтә алған һигеҙ берәмек урман-патруль машинаһы һатып алынған: алты берәмек LADA Niva Legend һәм ике LADA Niva Travel. Уларҙы һатып алыуға 8,6 миллион һум аҡса бүленгән. Автомобилдәрҙе Стәрлетамаҡ, Әбйәлил, Дыуан, Өфө, Бөрө, Белорет бүлектәре вәкилдәре алды. – Бөгөн беҙ бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәрҙе урман инспекторҙарына тапшырабыҙ. Автомобилдәр урмандарҙы патрулләү, уларҙы ҡағиҙә боҙоусыларҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, шул уҡ ваҡытта улар урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн файҙаланыласаҡ. Янғын хәүефе миҙгеле башланыр алдынан был техниканы та