Танылған милләтәшебеҙ Гүзәл Ситдиҡова йәш кесерткәндән файҙалы ризыҡтар әҙерләп ашарға кәңәш итә. – Был әрһеҙ сүп үләне ата-бабаларҙы аслыҡтан ҡотҡарған, дауа сараһы булараҡ та ҡулланылған. Ололар, яҙғыһын өс үләнде (кесерткән, балтырған, ҡуҙғалаҡ) мотлаҡ өс тапҡыр булһа ла бешереп ашарға кәрәк, ти торғайны. Кесерткән япраҡтарында С витамины лимонға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк. Шулай уҡ А, В1, В2 витаминдары, минераль тоҙҙар, төрлө органик матдәләр күп. Кесерткән аҡһымында алыштырғыһыҙ 10 аминокислотаның 9-ы бар. Арығанда, ауырыуҙарҙан өҙлөккәндә ул иң беренсе ярҙамсы. Калий менән кальцийға бай булыуы йөрәккә, ҡан тамырҙарына шифа бирә. Шәкәр ауырыуын, гемоглобин төшөүен, күҙ ауырыуҙарын дауалағанда ла кесерткән беренсе ярҙамсы. Ҡаны ҡуйы булған кешеләргә генә уны һаҡлыҡ менән ҡулланырға кәңәш ителә. Кесерткәнле аш артынан ҡан шыйығайтыусы сәйҙәр эсеп ҡуйһағыҙ, зыяны булмаҫ.Кесерткән турамаһы Кесерткәнде ҡала эсендә, юл буйҙарында йыйырға ярамай, ул нитрат туплай. Таҙа ерҙән йыйылға