Белорет районының Ар ташы ауылы янында Ағиҙел йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 9 сантиметрға күтәрелгән, ауылға һыу баҫыу хәүефе янамай. Шишмә районының Бочкарев ауылы эргәһендә Дим йылғаһының һыу кимәле бер тәүлектә 24 сантиметрға күтәрелгән һәм 544 сантиметр тәшкил иткән. Хәүефле кимәлгә тиклем 144 сантиметр ҡалған. “Здоровье”, “Озерное” һәм “Дуҫлыҡ-Алкин” баҡсалары биләмәһендәге участкаларҙы һыу баҫыуы ихтимал. Бөтәһе 150 самаһы участкаға хәүеф янай. Оло Эйек йылғаһында һыу кимәле тәүлек эсендә 26 см-ға күтәрелгән һәм ул 257 см тәшкил итә. Күгәрсен районының Үрге Мөрсәләй ауылында туғыҙ йорт яны биләмәһен һәм Ейәнсура районының Түбәнге Сарабил торлаҡ пунктында биш йорт яны биләмәһен һыу баҫыуы ихтимал. Кесе дала йылғаларында һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә. Ә бына Сим, Инйәр, Әй кеүек тау йылғаларында юғары кимәлде үтеүҙе күрәбеҙ, ул 20 апрелгә тиклем тамамланасаҡ. Йомағужа һәм Павловка һыу һаҡлағыстары – тулыландырыу, Нөгөш һыу һаҡлағысы һыуҙы әҙләп асыу тәртибендә эшләй. Был
Ағиҙел, Дим һәм Оло Эйек йылғаларында һыу күтәрелеүе күҙәтелә
16 апреля 202416 апр 2024
1 мин