Быйыл 2 февралдә Республика балалар клиник дауаханаһында Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды. Онкология, гематология һәм иммунология сирҙәре менән интеккән балаларға юғары технологиялы махсус ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Бөгөн был медицина ойошмаһының эш һөҙөмтәләре тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистар менән матбуғат турын үткәргәндә һөйләне. – Юғары заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған комплекс 92 урынға иҫәпләнгән. Яңы асылған үҙәктә 150-нән ашыу инвазивлы манипуляция һәм 37 әмәлиәт эшләнде. Үҙәк командаһы формалашҡан һәм эшләй. Бөгөн пациенттарҙың дауаланыуы, бында булдырылған уңайлылыҡтарҙы үҙ күҙебеҙ менән күрҙек. Яңы технологияларҙы ҡулланыуҙы дауам итәбеҙ һәм әмәлиәт исемлеге ҙурайғандан-ҙурая. Киләһе этап – електе трансплантациялау. Беренсе операцияларҙы быйыл йәй эшләүҙе планлаштырабыҙ, – тине Айрат Рәзиф улы. – Элек Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында дауаланған 60 бәләкәй пациент хәҙер республикала
Республикала балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге эшләй
16 апреля 202416 апр 2024
2 мин