Аҡбулат ауыл советы башлығы Ниғәмәтйәнов Фәғил Рәфҡәт улы менән быйыл тәтешлеләрсә киң ҡолас һәм ҡунаҡсыллыҡ менән ойошторолған “Сорғолдо – батырҙар төйәге” тип аталған илһөйәрлек һәм берҙәмлек байрамында танышырға тура килде. Фәғил Рәфҡәт улының халыҡ менән эш тәжрибәһе байтаҡ булыуын ауылдаштары алдында яһаған йөкмәткеле, күңелгә үтеп инерлек сығышынан, аралашыу, байрамды ойоштороу оҫталығынан да күрҙек. Бындай ҡаты ҡуллы, бер һүҙле, төбәге өсөн янып эшләүсе етәкселәр булған ерҙә халыҡ та берҙәм. Тәтешле районының Сорғолдо ауылында үткән сараны ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек, берҙәмлек байрамы тип атарға булыр ине. Бер көн эсендә әллә күпме һағышлы ла, тетрәндергес тә, күңелле лә сараларҙы эсенә алған, “Айыҡ ауыл”республика конкурсына ярашлы үткәрелгән байрам баш ҡала ҡунаҡтарын да үҙенә йәлеп итте. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы–Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Аҡбулат ауыл советы биләмәһе башлығы Фәғил Ниғәмәтйәновҡа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ ауыл советы биләмәһенең һәм райондың йәмәғәт тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм яҡташтар ошондай наградаға лайыҡ булды. Ә бит илһөйәрлек тап ошондай бәләкәй ауылдарҙан башлана, тарихыбыҙҙың шанлы һәм данлы биттәренән, ата-әсә тәрбиәһенән һәм, әлбиттә, ауыл советының, етәкселәрҙең эште ойоштороу оҫталығынан. Фәғил Рәфҡәт улы әйтеүенсә, ”Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ауылдаштарҙы бер усҡа туплаһа, икенсенән, имен булмаған ғаиләләргә иғтибарҙы арттыра, эскелекте йүгәнләргә ярҙам итә. “Хәйер, конкурсты эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе ысул тип кенә ҡарарға ярамай, ул халыҡты матур, йөкмәткеле ғәмәлдәргә ылыҡтырыу сараһы ла. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу ҙур эштәрҙең башы ғына әле”, – тип иҫәпләй етәксе. 2001 йылдан алып (23 йыл дауамында!) ошо вазифаны йөк атындай тартҡан, райондың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән, халыҡтың тын алышын тойоп, көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышҡан Фәғил Ниғәмәтйәновты ҡайҙа ғына осратмайһың! Бөгөн ул саңғы ярыштарында ҡатнашһа, кисен тормош юбилярҙарын ҡотларға юллана, хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам туплау барышы менән ҡыҙыҡһынырға ла, депутаттар менән осрашырға ла өлгөрә. Нимәгә генә тотонһалар ҙа, аҡбулаттар тәжрибәле Фәғил Рәфҡәт улы етәкселегендә иң ауыр тойолған бурысты ла еренә еткереп башҡарырға күнеккән. Заманында физика һәм математика уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләгән, Башҡортостан халыҡ мәғарифы отличнигы исемен йөрөткән етәксе урындағы үҙидаралыҡ өлкәһендә лә күптәргә өлгө. Тәтешле район хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың Аҡбулат ауыл советы етәксеһе тураһында ҡыҫҡа, әммә тос һүҙҙәре уны бар тулылығында һүрәтләй кеүек: “Уның менән осрашҡан һайын Фәғил Рәфҡәт улының энергияһына, эшлеклелегенә һоҡланып туя алмайым. Ауыл власының төп вәкиле булараҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә мөмкинлектәр булмауына һылтанмай, ә эҙмә-эҙлекле рәүештә эшкә тотона һәм маҡсатына ирешә, шәхси миҫалында сәләмәт тормошто раҫлай. Ауыл советы башлығы – был эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше, дәүләт һәм кеше проблемалары йөгөн даими хәл итеү”. Фәғил Рәфҡәт улына алдағы көнүҙәк бурыстарҙы үтәүҙә етерлек көс-дәрт, илһам, һаулыҡ теләйбеҙ! Фото:шәхси архивтан.