Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Йәнтөйәгемә файҙа килтерергә тырышам"

Һеҙҙең иғтибарға сираттағы конкурсантыбыҙ - Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Аҙнаев менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. - Илгиз Ишҡәле улы, йәшәйешегеҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине. Халыҡ нисек донъя көтә? - Беҙҙең ауыл биләмәһенә өс ауыл – Айыусы, Мырҙаш, Яңы Васильевка ҡарай, унда бөтәһе 600-ҙән ашыу кеше йәшәй. Айыусыла билдәле тарихсы, ауылдашыбыҙ Рим Янғужин исемендәге урта мәктәп, унда һәм Яңы Васильевкала балалар баҡсалары бар. Һәр ауылда мәҙәниәт йорттары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләп килә. Ауылдар зәңгәр яғыулыҡ, һыу менән тәьмин ителгән, урамдар яҡтыртылған. Контейнерҙар ҡуйып, сүп сығарыу ҙа көйләнгән. Ике ауылда рөхсәт ителмәгән сүплектәр бар, алға ҡуйылған төп маҡсаттарҙың береһе – уларҙы бөтөрөү. Ауыл биләмәһе башлығы вазифаһына былтыр ғына тотонһам да, ғүмер буйы ошонда йәшәгәс, халҡын да, проблемаларын да беләм. Көндәлек мәшәҡәттәргә килгәндә иһә, быйыл ҡар күп булғас, юлдарҙы таҙа тотоу иғтибар үҙәгендә булды. Үҙебеҙҙең трактор бар, шуға күрә ауырлыҡ тойолманы, юлдарыбыҙ һәр ваҡыт асыҡ булды. Халыҡтан ҡәнәғәтһеҙлек ишеткән юҡ. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан файҙаланып та ауылыбыҙҙы төҙөкләндерергә тырышабыҙ. Үткән йылда конкурста еңеп, Айыусы мәҙәниәт йортоноң эсендә капиталь ремонт яһалды. “Аныҡ эштәр” проекты буйынса Айыусы мәктәбе эргәһендәге Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә һәйкәл дә яңыраҡ ремонтланды. Быйыл иһә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Айыусы мәктәбенең ҡыйығын төҙөкләндерергә ниәт бар. Биләмәлә хәл итәһе мәсьәләләр аҙ түгел. Шулай ҙа иң беренсе бурыс – йәш быуын өсөн яҡшы шарттар булдырыу. Беҙҙең төбәктә төрлө йүнәлештә эшләгән фермерҙар байтаҡ. Ауылдарыбыҙ, халыҡ уларға таяна. Яңы Васильевкала ғына ҡошсолоҡ, бәшмәк үҫтереү, йыһаз ҡороу һәм ремонтлау менән шөғөлләнгән йүнселдәр бар. Һәр ауылда магазиндар эшләй. Байрамдарҙы үткәргәндә лә, башҡа төрлө ярҙам кәрәккәндә лә эшҡыуарҙар өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Өлкән йәштәгеләр көнөндә генә лә 100-ҙән ашыу кешегә аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырҙыҡ, һәр береһенә бишәр литр көнбағыш майы, шәкәр, он тараттыҡ. Табын ҡороп, концерттар ойоштороп, ололарҙың күңелен күрергә тырыштыҡ. Яңы йылда ла балаларға иғтибар күрһәттек. Өс ауылдан 77 балаға өйҙәренә йөрөп Ҡыш бабай күстәнәстәре таратылды. Йорт ихаталарын байрамға биҙәү буйынса конкурс ойоштороу ҙа халыҡты берләштерҙе. – Мырҙаштың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуы ла халыҡтың бер төптән булыуын сағылдыралыр? - Ысынлап та, шулай. Мырҙаштар икенсе тапҡыр был конкурста ҡатнаша, былтыр ҙа республика кимәлендә матур һөҙөмтә күрһәткәйнеләр. Быйыл муниципаль этапта еңеп, тағы ла сәмләнеберәк эшкә тотондоҡ. Был ауылда 160-ҡа яҡын халыҡ йәшәй. Күпселек ололар, йәштәр әҙерәк. Эргәлә генә өс ҡала урынлашыуы ла йәштәрҙең ситкә китеүенә юл аса. Шулай булһа ла, ауылда тормош гөрләп тора. Халыҡтың сәләмәт тормошҡа ынтылыуы ла хуплауға лайыҡ. Ауылда магазинда спиртлы эсемлек һатылмай, эсеп йөрөгән кеше лә юҡ. Дин халыҡты тәртипкә, иманға өндәй. Мырҙаш ауылында әлеге көндә халыҡ, эшҡыуарҙар көсө менән мәсет төҙөлә. Быйыл асырбыҙ, тип уйлайбыҙ. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡас, саралар тағы ла әүҙемерәк үтә. Ғинуар башында Ҡышҡы һабантуй уҙғарҙыҡ. Унда 320-ләп кеше йыйылды. Башҡа ауылдарҙан, ҡалаларҙан да килделәр. Саф һауала уйындар ойошторҙоҡ, тирмәләрҙә өҫтәлдәр әҙерләп, халыҡты һыйланыҡ. Байрам күрергә килеүселәргә ике ҙур ҡаҙан былау, сәйгә тәмлекәстәр әҙерләнде. Яңыраҡ, башҡорт милли йолаларына тура килтереп Айыҡ никах ойошторҙоҡ. Айыусы мәсетендә никах уҡытыу өлгөлө, матур сара булды. Скандинав таяҡтары менән йөрөү был ауылда матур ғәҙәткә әйләнгән. Спортты үҫтереүгә лә ярҙам итергә тырышабыҙ, бигерәк тә йәш быуынға. Яңыраҡ Айыусы мәктәбенә эшҡыуарҙар ете саңғы тупланмаһы бүләк итте. Ошондай саралар конкурс мәлендә генә ойошторолоп ҡалмаясаҡ, артабан да дауам итәсәк. - Махсус хәрби операцияға ярҙам сараларында ауыл халҡы нисек ҡатнаша? - Махсус хәрби операция башланғас, Стәрлетамаҡта яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында “Йөрәк саҡырыуы” тигән берләшмә барлыҡҡа килде. Унда маскировкалау селтәрҙәре үреү, окоп мейестәре, шәмдәре эшләү буйынса эш ойошторолдо. Уларҙың тәжрибәһен үҙебеҙҙең ауылдарға ла кереттем. Бөгөн Айыусы, Мырҙаш, Яңы Васильевка ауылдарында селтәр үреү эше көйләнгән, ойоҡбаштар ҙа бәйләйҙәр. Үҙебеҙҙең иретеп йәбештереүселәребеҙ яңыраҡ окоп мейестәрен эшләй башланы. Клубҡа мәҙәни сараларға ғына түгел, халыҡ ошолай маскировкалау селтәре үрергә лә килә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ғына түгел, уларҙың ауылда ҡалған ғаиләләрен дә иғтибарҙан өҙмәйбеҙ. Бушлай утынын да килтереп бирәбеҙ, йорт тирәһен ҡарҙан таҙартырға ла ярҙам итәбеҙ, байрамдарға ла саҡырабыҙ. - Киләсәккә пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине. - Ниәтебеҙ – Айыусы ауылын ҙурайтыу. Ул тағы ла 87 участкаға киңәйтеләсәк. Күп балалы ғаиләләргә ер биргәндә лә файҙаланыласаҡ. Был иһә йәштәрҙең артыуына, мәктәптә балаларҙың күбәйеүенә булышлыҡ итер, тип ышанам. Бөгөн халыҡты борсоған йәнә бер һорау – күрше ҡалаларға йөрөү өсөн автобус маршрутын ойоштороу. Быға ла халыҡтың мохтажлығы бар. Ауылдарҙа осрашыуҙарҙы йыш уҙғарырға тырышам. Халыҡ менән күрешеп, һорауҙарын үҙҙәренән ишетеү мөһим. Башҡа ауыл биләмәләре башлыҡтары менән бәйләнештә эшләү, район етәкселегенең ярҙам тойоу – барыһы ла яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүгә юл аса. – Ауылдарҙа тормош һүнмәһен тип янып йәшәгән башлыҡтың үҙе тураһында ла ишетке килә. – Үҙем Айыусыла тыуып үҫтем. Ауылдағы мәктәптә, Ишембай кадет мәктәп-интернатында уҡығас, тәүҙә Стәрлетамаҡ совхоз-техникумында иҡтисадсы-бухгалтер һөнәрен алдым, аҙаҡ ситтән тороп Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамланым. Беҙҙең ауылда Стәрлетамаҡ тәжрибә-етештереү хужалығы булды, 18 йәшемдә унда бухгалтер булып эш башланым. Ул ваҡытта атайым совхоз директоры ине. Ғүмер буйы ауылға хеҙмәт иткәне өсөн ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен лайыҡлы йөрөттө. Бер туған ағайым Ирек менән атайым башлаған эште дауам иттек. 2013 йылға тиклем бухгалтер, баш иҡтисадсы, директор урынбаҫары булып эшләнем, тәжрибә тупланым. Ул ваҡытта хужалыҡ ҙур ине, ерҙәре генә 13 мең гектарға етте. Аҙаҡ ағайым менән ер алып, фермерлыҡ эшенә тотондоҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнә башланыҡ, айырыуса ҡарабойҙай үҫтереүгә иғтибар бирҙек. 2023 йылға тиклем фермерлыҡта эшләнем. Былтырҙан ауыл хакимиәте башлығы итеп һайландым. Тыуған ауылымдан ситкә китмәнем. Халыҡ менән эшләп өйрәнгәс, был вазифаны ауыр ҡабул итмәнем. Үҙемдең ғаиләмә килгәндә, 19 йәштә ғаилә ҡорҙом. Ике ҡыҙым бар. Әле улар студент. Ҡатыным Гөлназ Стәрлебаш районының Буҙат ауылынан, беҙҙең ауыл мәктәбенә уҡытыусы булып практика үтергә килгәйне, шунда таныштыҡ та бер айҙан өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Ҡатыным ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, әле ҡаланың 1-се гимназияһында биологиянан белем бирә. Бына шулай, бәхетемде тыуған ауылымда табып, бөгөн дә йәнтөйәгемә, ауылдаштарыма файҙа килтерергә тырышып йәшәйем. – Фәһемле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Автор фотолары.