Айһылыу Хәйруллина “Башҡортостан” гәзитенең Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында ҡатнаша. Айһылыу Әдип ҡыҙы инде һигеҙ йылдан ашыу Благовещен районының Иҙәк ауылы хакимиәте башлығы булып эшләй. Биләмә составына һигеҙ ауыл инә, уларҙа бөтәһе 1100 кеше теркәлгән. – “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнашабыҙ. Конкурс йомғаҡтары буйынса биш проект тормошҡа ашырылды: Түбәнге Иҙәк ауылының автомобиль юлдары ремонтланды, Үрге Иҙәк ауылының Совет урамы юлы участкаһына асфальт түшәлде, Пушкин урамында автомобиль юлы ремонтланды, ундағы мәктәптең тәҙрәләре яңыртылды, ихатаһына асфальт түшәлде. Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 3865 мең һум бүленгәйне, халыҡтан һәм ойошмаларҙан 1500 мең һум аҡса йыйылды. “Беҙҙең ауыл” район инициативалы бюджетлау конкурсы аша Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға стела, Шәрип, Успенка ауылдары өсөн балалар һәм спорт ҡорамалдары һатып алып урынлаштыр