Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәшһүр “көләссик” Мар. Сәлимгә – 75!

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, күренекле шағир-сатирик, журналист һәм тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, бихисап Рәсәй, халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты... Былар бөтәһе лә – башҡорт әҙәбиәте исемен донъя кимәлендә яңғыратҡан Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. СӘЛИМ) тураһында. – Марсель ағай, ижадығыҙ илебеҙҙә халыҡ-ара кимәлдә танылыу ала бара. Ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшмәнегеҙ: Сергей Михалков, Владимир Гиляровский, Владимир Набоков (Рәсәй), “Алеко” (Болгария), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй, Марк Твен (Канада), Джек Лондон (АҠШ), Чарльз Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы, Мәскәү, Псков, Сочи, Әстерхан, Ялта, Саки ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты. “Асыҡ Евразия” (Лондон), Де Ришелье исемендәге (Одесса – Майндағы Франкфурт) х

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, күренекле шағир-сатирик, журналист һәм тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, бихисап Рәсәй, халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты... Былар бөтәһе лә – башҡорт әҙәбиәте исемен донъя кимәлендә яңғыратҡан Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. СӘЛИМ) тураһында. – Марсель ағай, ижадығыҙ илебеҙҙә халыҡ-ара кимәлдә танылыу ала бара. Ниндәй генә дәрәжәләргә өлгәшмәнегеҙ: Сергей Михалков, Владимир Гиляровский, Владимир Набоков (Рәсәй), “Алеко” (Болгария), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй, Марк Твен (Канада), Джек Лондон (АҠШ), Чарльз Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы, Мәскәү, Псков, Сочи, Әстерхан, Ялта, Саки ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты. “Асыҡ Евразия” (Лондон), Де Ришелье исемендәге (Одесса – Майндағы Франкфурт) халыҡ-ара конкурстарҙа, Рәсәй Журналистар һәм Яҙыусылар союздары үткәргән “Ватан журналистикаһының алтын китап кәштәһе”, “Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары” бәйгеләрендә лә еңеп сыҡтығыҙ. “Мәғрифәткә өлөшө өсөн” һәм В. Маяковский ордендары, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн”, М. Лермонтов, Н. Надсон, М. Булгаков, С. Михалков, В. Шукшин (Рәсәй), А. Мицкевич (Польша), М. Басё (Япония), Г. Бёлль (Германия), С. Бейбарыс (Ҡаҙағстан), “Тыныслыҡ күгәрсене” (Ҡырғыҙстан) миҙалдары, Алтын, Көмөш һәм Агальматолит ҡәләмдәр менән бүләкләндегеҙ. Һеҙ халыҡ-ара Евразия һәм ЛИффТ фестивалдәренең Алтын лауреаты. Габровола Халыҡ-ара юмор һәм сатира йортоноң Индульгенцияһын (Болгария) һәм Нью-Йоркта Ильф менән Петров призына (АҠШ) лайыҡ булдығыҙ. Ижади ҡаҙаныштарығыҙ өсөн “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” һәм “Рустең алтын ҡәләме”, “Тыныслыҡ илсеһе” (Германия), “Иң яҡшы шағир” (Ҡытай) тигән маҡтаулы исемдәр ҙә бирелде. Башҡортостандың Борай районында тыуып үҫеп, башҡорт телендә ижад иткән яҙыусы ҡасан да булһа ошондай ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшерен күҙ алдына килтерҙеме икән? – Килтергәндер, бәлки, тигән шик бар (йылмайып ҡуя – авт.) Һигеҙ йәшендә үк эскелек тураһында тәүге сатирик шиғырын әтмәләгән, 12 йәшенән әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлаған, ә 14-тә “Һәнәк”тә беренсе фельетоны сыҡҡан кеше, 15 йәшендә үҙенең киләсәген уйлап: “Их, ул саҡта минең яҙғандарҙы Яратырҙар, һөйөп уҡырҙар. Ер йөҙөнә тиҫтәнән дә артыҡ Китаптарым хатта сығырҙар… Һәм уларҙы уҡып, күп кешеләр Уйланырҙар, күңел асырҙар”, – тип яҙған икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер… – “Юҡҡа түгелдер” тигәндәй, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең һүҙҙәре иҫкә төшә: “Марсель Сәлимов менән беҙҙе бер билдәһеҙ, данһыҙ Шүлейә йылғаһы бәйләй, – тип яҙған ул. – Уның башланған ерендә – мин, ә Танып йылғаһына ҡойған урынындағы Сәйет ауылында Марсель тыуған. Тура килгәс килә бит ул: “Һәнәк” журналы сыға башлағанда, уның мөхәррире мин инем, ә хәҙер – Марсель Сәлимов. Йылғалар ҡойған ерҙәрендә, башланған ерҙәренә ҡарағанда, киңерәк һәм тәрәнерәк булалар – Мар. Сәлим дә сатира һәм юмор өлкәһендә киң һәм тәрән, тиер инем”. – Был “билдәһеҙ” йылға хаҡында 14 йәшемдә шулай яҙғайным: ”Шүлейәнең юлы оҙон – Ашыға алға. Диңгеҙгә барып етәм тип, Аға ла аға”. – Тимәк, ижад шишмәгеҙ ауылығыҙҙы уртаға бүлеп аҡҡан ошо бәләкәй генә йылғанан башланған? – Эйе, тыуған ауылым, Шүлейә, Танып йылғалары тураһында бала саҡта байтаҡ әйбер яҙып, ҡәләмемде шымарттым. Төрлө жанрҙа көс һынап ҡараным: шиғыр, хикәйә, әкиәт, фельетон, скетч, комедия, поэма, повесть, хатта ауылыбыҙ тарихына ҡағылышлы роман да яҙа башлағайным. Ярай әле ваҡытында туҡтап ҡалдым (көлә – авт.). Минән башҡа ла тарихи романдар яҙыусылар етерлек, юғиһә. – Төп еңеүҙе һеҙ сит илдә яуланығыҙ. 1996 йылда бөйөк болгар сатиригы Алеко Константинов тыуған Свиштов ҡала­һында әҙәбиәтебеҙ тарихында иҫтәлекле ваҡиға булған. “Алеко” халыҡ-ара премияһы, Болгария гәзиттәре яҙғанса, тәүге тапҡыр “башкирец”ҡа эләккән – юмористик хикәйәгеҙгә беренсе урын бирелгән. Баһалама төркөмө рәйесе, “Стършел” сатира һәм юмор аҙналығының баш мөхәррире Йордан Попов быны “башҡорт сатираһы халыҡ-ара әһәмиәткә эйә сифат билдәһенә лайыҡ булды” тип билдәләгән. Ошондай ҙур уңыштарҙан башығыҙ әйләнмәнеме? – Унда күргән ҡәҙер-хөрмәттән баш әйләнә яҙып ҡалғайны мәгәр, әммә “бөйөклөк” сиренә тарыманым. Иммунитет та булғандыр, бәлки. Һәр хәлдә, танау сөйөп кәпәренеп йөрөү модала түгел беҙҙең яҡта. Сит илдә ишелгән дан шунда тороп ҡалды. – Тыуған яғығыҙҙы бер ҙә онотмайһығыҙ. Йыш ҡына ҡайтып, яҡташтарығыҙ менән осрашып киләһегеҙ. – Маҡтанып түгел, шатланып әйтәм, тыуған яғым таланттарға ифрат бай. Күренекле ғалимдар, хәрбиҙәр, геройҙар, шағирҙар, йырсылар – кемдәр генә тыумаған Борайымда! Заманында тәүгеләрҙән булып Башҡорт автономиялы кантоны ойошторолған бай тарихлы тыуған яғымда башҡорт, татар, урыҫ, удмурт һәм башҡа милләт вәкилдәре бергә-бергә тырышып эшләй, татыу йәшәй. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡасандыр бер аҙ “автономиялы” булып алған кантон ерҙәрендә ғүмер баҡый төпләнеп йәшәгән халыҡтың үҙ теле һаҡланған. Ғәҙәттә, көнбайыштан килгән кешеләр татар әҙәби телендә сөйлиләр, көньяҡтан килгәндәр башҡорт әҙәби телендә һөйләйҙәр, ә беҙҙең яҡта борон-борондан тамырланып көн иткән кешеләр урындағы халыҡ телендә – үҙебеҙсә, борайса сүләйләр. Бына шул “сүләемнәр” телендә, йәғни башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында, 1995 йылда бығаса булмаған китап сығарҙым. “Мин сүләем” исемле был шиғриәт йыйынтығына бала саҡта һәм йәш ваҡытта яҙған лирик, сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрем тупланған. Биш мең дана тиражлы китап “Туғандаш башҡорт һәм татар халыҡтарының мәңгелек Дуҫлығына бағышлайым” тигән һүҙҙәр менән асыла. Һәм шундай һүҙҙәр менән ябыла: “Милләтем – башҡорт, динем – мосолман. Милләттәштәремде һәм диндәштәремде яратһам да, милләтсе лә, динсе лә түгелмен. Бөтә халыҡтың да туғандарса дуҫ йәшәүен теләйем”. – Әҫәрҙәрегеҙ иллеләп телгә тәржемә ителгән. Юмор, сати­рағыҙ аша донъя халыҡтарына Рәсәй дәүләтендә башҡорт тигән халыҡ йәшәүен танытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ, Марсель ағай. Был турала үҙегеҙ нимә әйтер инегеҙ? – Был хаҡта әллә ни уйламай ғына, Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тураһында аңлайышлы юмор теле менән һөйләп, республи­кабыҙҙың данын таратып йөрөгән булам, үҙемә ҡалһа. Юҡһа, сит ил кешеләренең күбеһе Башҡортостандың ҡайҙа икәнен дә белмәй. Йөрөгән ерҙәремдә республикабыҙҙы, уңған һәм талантлы яҡташтарымды гелән маҡтап телгә алам. Үҙемдең сатирик икәнемде онотоп, ижтимағи-иҡтисади үҫешебеҙ, милли мәҙәниәт һәм әҙәбиәтебеҙҙең уңыштары тураһында юмор теле менән аңлайышлы итеп һөйләп бирәм. Башҡорттар тураһында йүнләп белмәгән болгарҙарға ла үҙебеҙҙең Урта Азияла түгел, ә Уралда икәнебеҙҙе төшөндөрҙөм. Шанхайҙа ла, Стокгольмда ла, Греция менән Болгарияла ла башҡорттарҙың кем икәнен иҫтә ҡалырлыҡ итеп аңлата алдым шикелле. Шеварднадзе заманында Грузияның мәҙәниәт министры булған арҙаҡлы академик Валерий Асатиани, Изге Тинос утрауында халыҡ-ара яҙыусылар форумындағы сығышымды тыңлағас, ҡулымды ҡыҫып: "Иң шәп доклад һинеке! – тигәйне. – Башҡорттарҙың ниндәй халыҡ икәнен бик матур аңлаттың". Сит илдәрҙә, сит ерҙәрҙә һәр саҡ яңы дуҫтар табам. Юҡ, мин бер ҡайҙа ла махсус рәүештә дуҫтар эҙләп йөрөмәйем, улар үҙҙәре осрай. Шулай ижади бәйләнештәр барлыҡҡа килә. – Сит илдәрҙә йөрөгәндә ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарыйһығыҙмы? – Әлбиттә! Һәм бик йыш. Лондонда Евразия ижад гильдияһының китап серияһында инглиз телендә ҡырҡынсы китабым донъя күргәс, уның исем туйын үткәрер өсөн Швецияның баш ҡалаһы Стокгольмға китап форумына барғайным. Унда гильдияның беренсе рәйесе, күренекле инглиз шағиры Дэвид Перри иң элек материктың төрлө тарафтарынан йыйылған яҙыусылар менән танышып сыҡты. Һәр кем үҙенең ижады, тыуған төйәге, милли мәҙәниәте һәм әҙәбиәте хаҡында һөйләне. "Минең тыуған ерем, хөрмәтле Дэвид әфәнде, Европаның үҙәгендә түгел. Һеҙҙең кеүек, беҙ ҙә Европа ситендә йәшәйбеҙ, – тинем. – Ләкин Европа Бөйөк Британиянан түгел, ә Башҡортостандан башлана. Көньяҡ Уралда тормош көткән боронғо ата-бабаларыбыҙ бик тырыш, булдыҡлы, киң күңелле, асыҡ сырайлы кешеләр булған. Ғалимдар әйтеүенсә, улар Ер йөҙөндә беренселәрҙән булып тәгәрмәс уйлап сығарған хатта. Тағы ла шул, Дэвид туған, башҡорттар менән инглиздәр бер гаплотөркөмгә ҡарай, тип иҫбатлайҙар. Телдәребеҙҙә бер төрлө өндәр булыуы ла, башҡорттар менән инглиздәрҙең һөтлө сәй яратыуҙары ла беҙҙең халыҡтарҙың туғандашлығы хаҡында һөйләй түгелме һуң!" Күрәм, Дэвидтың ауыҙы йырылған. "Эйе, тап шулай!" – ти, һүҙемде ҡеүәтләп. Мин иһә һаман үҙемдекен бөгәм: "Бөтәбеҙгә мәғлүм бер бөйөк инглиз ғалимы “кешеләр маймылдан яралған”, тип раҫлаған. Ҡайһы бер инглиздәр, бәлки, ысынлап та маймылдан барлыҡҡа килгәндер, әммә Һеҙ, Дэвид дуҫҡай, һис тә ундай кешегә оҡшамағанһығыҙ. Һеҙ, моғайын, беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙҙан – пра-пра-прабашҡорттарҙан яралғанһығыҙҙыр". Шул саҡ шаярыуҙы аңлаған хуш күңелле инглиз: "Эйе, мин боронғо башҡорттарҙан яралдым!" – тип ҡосаҡлап алмаһынмы. Дэвид Перри аҙаҡ былай тип яҙҙы: "Евразия ижад гильдияһы съезында сығыш яһап, Марсель Сәлимов, Урал тауҙары Европа менән Азияны айырып түгел, ҡушып тора, тигәйне. Үҙемдән өҫтәп шуны әйтәм: Уралдағы билдәле был Рәсәй яҙыусыһының ыңғай юморы нәҡ шулай Евразия халыҡтарын берләштерә". Форумда ул мине ҡосаҡлап ҡына йөрөттө. Ҡыҙыҡ бит, әй! Британияның әлеге хужалары һәм уларҙың ялағай ярандары, ялғансы сәйәсмәндәре, һатлыҡ журналистары беҙҙе күрә алмай, илебеҙгә яла яғыуҙан туҡтамаған был заманда инглиз яҙыусыһының башҡорт сатиригын шулай дуҫтарса йылы ҡабул итеүе үҙе бер мөғжизә түгелме ни! – Яҙыусыларҙың Рәсәй һәм халыҡ-ара ойошмалары етәкселәренең яҙыуына ҡарағанда, Һеҙҙең “таныштырыу һәм аңлатыу” эштәрегеҙ бик уңышлы бара икән. Лондондағы Евразия ижад гильдияһы рәйесе Лаура Гамильтон бына нисек яҙған: “Хәҙер инглиз телле уҡыусыларға ла таныш булған башҡорт яҙыусыһы Марсель Сәлимовтың ижады үҙенсәлекле йор алым менән Евразия үҙәгендә йәшәгән көләс, дуҫтарса мөнәсәбәттәге башҡорт халҡының тормошо һәм мәҙәниәте менән таныштыра”. Был һүҙҙәрҙән һуң инде үҙебеҙҙә генә түгел, донъя илдәрендә лә танылған, академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, “мәшһүр башҡорт көләссиге” Мар. Сәлим ағайыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, әңгәмәбеҙҙе тамамлаһаҡ та ярайҙыр. –“Башҡортостан” гәзите биттәрендә яңынан күрешкәнгә саҡлы! Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.