Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә гидротехник ҡоролмаларҙың ташҡынды үткәреү буйынса әҙерлеге тикшерелде. Премьер-министр кешеләрҙең һәм иҡтисад объекттарының хәүефһеҙлеге был ҡоролмаларҙың әҙерлек сифатына һәм эшенә бәйле булыуын билдәләне. Ул Ырымбурҙағы ғәҙәттән тыш хәлде иҫкә төшөрҙө, унда Урал йылғаһындағы дамбаның ишелеүе арҡаһында Орскиҙа 4,5 мең өйҙө һыу баҫҡан. - Һуңғы йылдарҙа бындай етди һыу баҫыу күҙәтелмәне, шуға халыҡ “ҙур һыуҙы” онотоп, һыу сығырлыҡ биләмәләрҙә өй төҙөй башлаған. Был күренеш ғәҙәттән тыш хәлгә килтермәһен тиһәк, саралар күрергә кәрәк. Республикала 491 гидротехник ҡоролма бар, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, республикала Урал алды (Ашҡаҙар, Стәрле, Сәрмәсән, Өршәк, Өсән) һәм Урал аръяғындағы ятҡылыҡтарҙа (Таналыҡ, Һаҡмар, Быҙаулыҡ) һыу кәмеүгә табан китте. Таулы урман өлөшөндәге йылғаларҙа (Йылайыр, Ҙур һәм Бәләкәй Ҡыҙыл) һәм төньяҡ-көнбайышта (