27 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив хеҙмәттәре тәҡдиме нигеҙендә ошондай ҡарар ҡабул итте. Бындай режим тәбиғи янғын, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн кәрәк. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә талаптар билдәләнә, шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән яндырыу тыйыла, халыҡтың урманға барыуы сикләнә. Бер үк ваҡытта административ яуаплылыҡ та арта, янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн штрафтар ике тапҡырға арта. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә көстәрҙең һәм сараларҙың алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлеген тикшерҙеләр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итеүенсә, төбәк Хөкүмәте ҡарары менән тәбиғи һәм ландшафт янғындары таралыу хәүефе янаған 187 тораҡ пункт, 62 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 45 балалар һауыҡтырыу лагеры билдәләнгән. Янғындарҙы булд