Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә яҙғы әҙерлек эштәре тикшерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әле һаман йүнле тәртип булдырылмаған муниципалитет башлыҡтарын шелтәләне.– Быйыл яҙ иртә килә һәм ҡар тиҙерәк иреп бөттө. Беҙ, ғәҙәттә, капиталь йыйыштырыу эштәренә һуңыраҡ тотона инек. Мин ҡала һәм район үҙәктәрендә таҙалыҡ кимәле менән риза түгелмен. Контроль идаралыҡ хәлдәр тураһында даими мәғлүмәт биреп тора. Тиҙ арала тәртип булдырығыҙ. Мин был аҙнала райондар буйлап йөрөй башлайым. Был һеҙҙең бурыс, – тине Радий Хәбиров.Бынан тыш дүрт район – Әлшәй, Йылайыр, Краснокама һәм Нуриман райондары Башлыҡтың һыу һибеүсе машиналар алыу буйынса йөкләмәһен үтәмәгән. Был райондарҙа юлдарҙы йыуҙырыу өсөн бер техника ла юҡ. Шулай уҡ Радий Фәрит улы коммуналь техниканың яҙғы-йәйге миҙгелгә әҙерлек кимәле менән дә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Тик 14 район: Өфөнөң Ленин районы, Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө,Бәләбәй, Ишембай, Мәләүез, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай һәм Учалы ҡалалары юғары кимәлдә әҙер. Баш ҡаланың Дим, Калинин, Киров, Октябрь, Орджоникидзе райондары, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Нефтекама ҡалалары уртаса әҙер. Өфөнөң Совет районы һәм Туймазыла әҙерлек кимәле түбән булып ҡала. Был райондарға шелтә белдерелде.Етәксе хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт ите:– Әлеге ваҡытта һеҙҙең эштең иң өҫтөнлөклө йүнәлеше – тәртип булдырыу. Ҡыш буйы йыйылған бысраҡты йыуырға, бөтәһен дә таҙартырға кәрәк. Әлегә мин был эш менән ҡәнәғәт түгел, – тине ул. Фото: "Башинформ".