Респубикала быйыл да кәрәкле һәм мөһим “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтәсәк. Акцияның быйыл нисек ойошторолоуы тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. Уның белдереүенсә, сарала 99 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында биш мең ирекмән һәм ете меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошма вәкилдәре буласаҡ, 1600 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Акция барышында һигеҙ мең самаһы ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 72 яңы тематик аллея булдырыла. Бынан тыш уҙған йылдарҙа ултыртылған 1000 ағасты һәм 5400 ҡыуаҡлыҡты комплекслы йәшелләндереү көтөлә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Өфөлә алты мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Әлеге ваҡытта яҡынса 221 урын билдәләнгән. 152 ихата һәм 69 йәмәғәт биләмәһендә лә был эштәр ҡаралған. Өфө ҡалаһының юбилейы айҡанлы үҙәк урамдарҙың ҡыҙыл линияларында 450 декоратив йүкә ултыртыу планлаштырылған. “Родина” кинотеатры, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, М.Кәрим исеменд
Һигеҙ мең ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ
15 апреля 202415 апр 2024
1 мин