Республика кардиология үҙәге табибы Гүзәл Ғүмәрова дүртенсе ай инде Луганск Халыҡ Республикаһында командировкала. Ул ярҙамы өсөн бик күп пациенттарҙан рәхмәт һүҙҙәрен ишетте. Тик ҡайһы саҡта дауалауҙы урында үткәреү мөмкинлеге юҡ. Бындай саҡта тыуған республикала эшләгән хеҙмәттәштәре ярҙамға килә. – Юрий бер нисә тапҡыр йәшәгән урыны буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итһә лә, тәғәйенләнгән терапия ярҙам итмәне. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрендә патологияны иртә диагностикалау мөһим. Үкенескә ҡаршы, ул миңә стенокардияның ауыр формаһы менән килде. Мин ашығырға кәрәклеген аңланым, шуға күрә Юрийҙы Өфөгә операцияға оҙатырға ҡарар иттек, – тип һөйләй табип. 18 мартта пациентты Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына урынлаштыралар. Тағы бер ҡат тикшергәндән һуң уға аортокоронар шунтлау әмәлиәтен эшләйҙәр. Кардиохирург Аркадий Долганов операцияны уңышлы яһай. Ир хәҙер реабилитация курсын үтеп, Красный Луч ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан. Ул үҙен яҡшы тоя, тик дауалау тамамланмаған әле. Август а