Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Биләмәм халҡын ныҡ яратам!"

Ләйсән Ғибәтова Шаран районының Йәрәмкә ауылында тыуып үҫкән. Әле атайсалын күтәреү өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә. Ул өс балалы ғаиләлә үҫкән. Әсәһе ғүмер буйы бер урында - фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләгән. Ҡырҡ йылға яҡын шунда намыҫлы хеҙмәт иткән һөнәр оҫтаһы СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исеменә лайыҡ булған. Атаһы иһә ауыл хужалығы тармағында, унан урмансылыҡта эшләгән. Уның тыуған ауылында мәсет төҙөткәнен Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы оло ғорурлыҡ менән телгә алды. – Мин күрше Дүртөйлө ауылындағы урта мәктәптә, унан БДУ-ла белем алдым. Хеҙмәт юлымды Өфөләге 78-се мәктәптә башланым. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһымын, - ти Ләйсән Ғибәтова. - Ун биш йыл элек иһә ғаиләбеҙ менән минең тыуған ауылыма күсеп ҡайттыҡ. Ирем Айрат Дарвин улы – Эске эштәр министрлығы ветераны. Әле ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эше менән була. Улыбыҙ Айнур Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамланы. Әле уҡыта ла, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Тыуған төйәгемә ҡайтҡас уҡ ауыл хакимиәте башлығы бурысы иңемә һалынды. Эшемде, үҙ биләмәм халҡын ныҡ яратам! Төйәгебеҙ өсөн бергәләп бик күп эштәр башҡарҙыҡ. Биләмә ауылдарында юл да, һыу ҙа юҡ ине, яҡтылыҡ та булманы. Ун биш йыл эсендә, ныҡышмал хеҙмәтебеҙ, илһөйәрлегебеҙ, берҙәмлегебеҙ арҡаһында, уңайлы шарттар булдырыуға өлгәштек. Ғөмүмән, вазифама ныҡ етди ҡарайым. Иңемә биләмәләге һәр кемдең тормошо, яҙмышы, ғүмере, яҡшы йәшәүе өсөн яуаплылыҡ ятҡан бит. Тәүлек әйләнәһенә ошо эштәмен тиергә мөмкин, халыҡ менән даими бәйләнештәмен. Ауыл биләмәһендә дүрт мәҙәниәт учреждениеһы, дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы, бер мәктәп бар. Барыһында ла эш яҡшы ойошторолған. Йәшәгән урыныбыҙҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Был эшкә халыҡтың үҙен йәлеп итергә тырышабыҙ. Барыһы ла ихлас ҡатнаша. Әле бына, йылдағыса, эргә-тирәне, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтерәбеҙ, ағастар ултыртабыҙ. Беҙҙең биләмә халҡы - "Йәшел Башҡортостан", акцияһының, "Оҙон ғүмерлелек", "Атайсал" проекттарының әүҙем ҡатнашыусылары. Беҙҙәге ауылдар бер-береһенә матур өлгө күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлашып йәшәй. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бергәләп һөйләшеп, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Яйға һалынмай ситтә ҡалған проблема юҡ. Ауыл чаттарында аралашҡанда әрләшеүҙәргә юл ҡуймауыбыҙ, барыһын да тыныс хәл итергә ынтылыуыбыҙ менән дә күптәргә үрнәк булып торабыҙҙыр тип иҫәпләйем. Ғаиләмде, атай-әсәйемде ҡәҙерләп кенә торам. Төрлө-төрлө гөлдәр, баҡса үҫтерергә, бәшмәк, еләк йыйырға, ҡышҡа компоттар, һуттар әҙерләргә, йәшелсә тоҙларға, бәлештәр, торттар бешерергә әүәҫмен. Байрам көндәрендә өйөбөҙ яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән тула – шул саҡтарҙы ныҡ яратам. Һәммәбеҙ ҙә имен, мул тормошҡа ынтылып, ғүмер иткән еребеҙҙе йәмләп йәшәйек! Ҡәҙерле дуҫтар! "Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы" конкурсында ҡатнашыусылар өсөн әүҙем тауыш бирәйек! Фотолар Ләйсән Ғибәтованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән алынды.