Найти в Дзене

Кем "Мин һеҙҙең оло раббығыҙ!", тип хаҡһыҙ әйтте?

235. Кем "Мин һеҙҙең оло раббығыҙ!", тип хаҡһыҙ әйтте?

Яуап: Фирғәүен (Аллаһ уны ләғнәт итте һәм һыуға батырҙы)

Быға дәлил Аллаһ әйтә ⇦ والدليل قوله تعالى: *﴿اذهَب إِلى فِرعَونَ إِنَّهُ طَغى ۝ فَقُل هَل لَكَ إِلى أَن تَزَكّى ۝ وَأَهدِيَكَ إِلى رَبِّكَ فَتَخشى ۝ فَأَراهُ الآيَةَ الكُبرى ۝ فَكَذَّبَ وَعَصى ۝ ثُمَّ أَدبَرَ يَسعى ۝ فَحَشَرَ فَنادى ۝ فَقالَ أَنا رَبُّكُمُ الأَعلى﴾* "17. Фирғәүенгә бар, сөнки ул аҙҙы. 18. Әйт уға: гонаһтарыңдан таҙарынырға теләмәйһеңме? 19. Мин һине Аллаһҡа йүнәлеү юлына өндәйем, - тип. 20. Һәм Муса Фирғәүенгә бөйөк мөғжизә күрһәтте. 21.Ләкин Фирғәүен был мөғжизәне ялғанға һананы һәм Мусаға эйәрмәне. 22. Һуңынан, баш тартып, гонаһта нығынды. 23. Кешеләрҙе йыйып, һөрән һалды. 24. "Мин һеҙҙең оло раббығыҙ" , - тип әйтте". [Ән-Нәзиғәт сүрәһе, 17-24-се аяттар] .

Аллаһ әйтә ⇦ وقوله تعالى: *﴿فَأَخَذناهُ وَجُنودَهُ فَنَبَذناهُم فِي اليَمِّ وَهُوَ مُليمٌ﴾* "Ахырҙа, Беҙ Фирғәүенде һәм уның ғәскәрен диңгеҙгә батырҙыҡ. Һәм ул үҙенең көфөрлөк ҡылғаны өсөн үкенде". [Әҙ-Ҙәрийәт сүрәһе, 40-сы аят]

Аллаһ әйтә ⇦ وقوله تعالى: *﴿وَأَنجَينا موسى وَمَن مَعَهُ أَجمَعين َ۝ ثُمَّ أَغرَقنَا الآخَرينَ﴾* "65. Һәм Беҙ Мусаны һәм уның менән булғандарҙы барыһын Ҡотҡарҙыҡ. 66. Һуңынан, башҡаларҙы (Фирғәүенде һәм уның ғәскәрен) һыуға батырҙыҡ". [Әш-Шүғара сүрәһе, 65-66-сы аяттар]

Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Ғәбдүл-Ғәлим Әл-Бәшҡурди. #балаларға