Шишмә районында Бөтә Рәсәй тауыш биреү бара, уның барышында киләһе йылда уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы буйынса төҙөкләндереләсәк ҡала мөхите объекттарын һайлайҙар. Тауыш биреү 30 апрелгә тиклем дауам итә. Әлеге ваҡытта тауыш биреүҙә 8355 Шишмә кешеһе ҡатнашҡан. Районда төҙөкләндереү өсөн биләмәләр исемлегенә түбәндәгеләр инде: - Шишмә ҡасабаһында Хажи Хөсәйенбәк исемендәге мәсеттән Парк урамына тиклем тротуар һалыу; - Шишмә ҡасабаһында Парк урамынан район Мәҙәниәт һарайына ингән урынға тиклем тротуар һалыу; - Алкин-2 ауылында Үҙәк урамы һәм Мәктәп тыҡрығы буйлап тротуар һалыу. Шишмә районында төҙөкләндереү буйынса 120-нән ашыу ирекмән халыҡҡа мәғлүмәт еткереү һәм тауыш йыйыу буйынса ярҙам күрһәткән. Улар ҡуйылған объекттарҙың проекттарын күрһәтә һәм халыҡҡа тауыш биреүҙә ҡатнашырға ярҙам итә. Дәүләт хеҙмәттәрендә теркәү яҙмаһы булмаһа ла, төҙөкләндереү объекттары өсөн ирекмәндәр аша тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн теле